

Ярыштар Мәскәү өлкәһендә үтте. Өс көн дауамында илдең иң көслө уҡсылары «Рейд‑233», «Башня‑90» һәм «Һунар маршруты»нда мәргәнлектә һынашты. Өфө уҡсыһы Рушан Хәсәновтың «Рейд 233» дисциплинаһындағы сығышы ҙур еңеү менән тамамланды. Ул ныҡышмалы көрәштә икенсе урынға лайыҡ булды. Башҡортостан спортсыларының һөҙөмтәләре IHAA халыҡ-ара рейтингында иҫәпкә алынды.
Рушан Хәсәнов һәм Нуриман Хәйруллин сентябрҙә Ҡырғыҙстанда Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашасаҡ.
Хәсәнов Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында шөғөлләнә.