

Түләүҙәрҙе оҙайтыу һәм яңы ярҙам саралары
27 августа Башҡортостан Башлығы махсус операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән яҡташтарыбыҙға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәрҙең ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтты. Республикала йыл башынан контрактҡа ҡул ҡуйған хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн түләүҙең күләме 1 миллион һум тәшкил итә. Радий Хәбиров указы буйынса ярҙам сараһы 2026 йылдың 30 сентябренә тиклем оҙайтылды.
Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы бойороғо менән республикала МХО-ла булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына ярҙам саралары исемлеге киңәйтелде. Документҡа ярашлы, улар өсөн республика буйлап бушлай ике көнлөк экскурсиялар ойошторола. Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 55-тән ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә.
Бынан алдараҡ Башҡортостанда республика инфраструктураһын БПЛА һөжүменән һаҡлау өсөн «БАРС» отряды яугирҙәре өсөн льготалар индерелде. Башлыҡ указы буйынса, яугирҙәрҙең балаларын йәш ярымдан сиратһыҙ балалар баҡсаһына алалар, ата-әсә түләүенән азат итәләр һәм оҙайтылған көн төркөмдәрендә, түңәрәктәрҙә бушлай урындар бирәләр. Яугир һәләк булған осраҡта уның ғаиләһе бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға хоҡуҡлы.
«Беҙ Башҡортостанда үҙебеҙ өсөн төп принципты билдәләнек — барыһы ла еңеү өсөн! Уның тирәләй идара итеү командаһы, иҡтисадтың реаль секторы, халҡыбыҙ эшмәкәрлеген ойошторабыҙ», — тине Радий Хәбиров 27 августа Өфөлә уҙған 8-се Граждандар форумында.
Шулай уҡ август айында Башҡортостанда яңы исемле пилотһыҙ системалар батальонына йыйыу иғлан ителде.
«Беҙҙең егеттәр араһында пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләүселәр күп — был Ҡораллы Көстәрҙең элитаһы, беҙҙең армияның киләсәге», — тип үҙенең фекерен белдерҙе етәксе әлеге башланғысҡа. Контракт буйынса хеҙмәткәрҙәр өсөн барлыҡ льготалар ошо подразделениеға ла ҡағыла.
Уҡытыусыларға хөрмәт һәм ихтирам
Башҡортостанда уҡытыусы һөнәренең абруйы күтәреләсәк. 21 августа Радий Хәбиров ошо турала указға ҡул ҡуйҙы. Рәсәй Президентының уҡытыусының айырым статусы тураһында июль указын үҫтереү өсөн әҙерләнгән документта республикала педагогтарға ярҙам итеүҙең яңы саралары билдәләнгән. Мәҫәлән, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн яңы дәүләт наградаһы – «Педагогик эшмәкәрлек өсөн» миҙалы булдырыла. Бының өсөн республиканың дәүләт наградалары тураһында законына үҙгәрештәр индереләсәк.
Республиканың Мәғариф министрлығына уҡытыусыларҙың һөнәри үҫеше өсөн шарттар булдырыу һәм уларға бушлай электрон белем биреү ресурстарына инеүҙе тәьмин итеү, уҡытыусыларҙың иң яҡшы проекттарын һәм тәжрибәләрен киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу һәм яҡшы белгестәрҙе дәртләндереү; һәр йәш педагогҡа тәжрибәле остазды беркетеү бурысы йөкмәтелде.
Шулай уҡ уҡытыусылар музейҙарға бушлай йөрөй, балаларын сиратһыҙ балалар баҡсаларына ебәрә ала, тиелә БР хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған документта. Республика хөкүмәтенә ярты йыл эсендә 2030 йылға тиклем педагогтарға ярҙам итеү буйынса «юл картаһын» раҫларға ҡушылды.
«Уҡытыусының миссияһы изге, беҙ ошо һөнәрҙең абруйын күтәрергә, уҡытыусыға юғары статусты ҡайтарырға тейешбеҙ», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә. Яңы миҙал йылдар буйына балалар тәрбиәләгән, олимпиада еңеүселәрен әҙерләгән һәм йәш коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашҡан педагогтарҙы таныу формаларының береһе буласаҡ, тип билдәләне ул.
Иң яҡшыларға премия
4 августа республиканың иң яҡшы уҡытыусыларына премиялар тапшырылды. Радий Хәбировтың бойороғо менән, республика һөнәри оҫталыҡ конкурсы йомғаҡтары буйынса, Өфөнөң 93-сө физика-математика лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ангелина Степанова «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2026» тип танылды. Ул «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурсының финалында республика исеменән сығыш яһаясаҡ.
Өфөнөң 10-сы белем биреү үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Хәсәнова «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2026» төбәк-ара конкурсында еңеү яуланы.
«Туған тел һәм әҙәбиәт буйынса йыл уҡытыусыһы-2026» конкурсында Дүртөйлө районының Сарлаҡ ауылы мәктәбенең мари теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Татьяна Аптулаева еңеүгә өлгәште. Юғары педагогик оҫталығы өсөн республиканың 15 педагогы Башҡортостан Башлығы премияһына лайыҡ булды, тиелә документта.
Ғалимдарға – миллион һум
Башҡортостанда фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияларын тапшырыу тәртибе үҙгәрҙе. Республика Башлығының 28 августағы указына ярашлы, Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендә һәр береһе бер миллион һумлыҡ өс дәүләт премияһы билдәләнде. Премиялар фән һәм техника үҫешенә, иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең инновацион үҫешен тәьмин итеүсе яңы техника һәм прогрессив технологиялар өлгөләрен эшләүгә ҙур өлөш индергән фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре өсөн бирелә.
Документтың яңы редакцияһында билдәләнеүенсә, хәҙер премияға ғаризаларҙы республиканың фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты ҡабул итә һәм ҡарай. БР Башлығы ҡарамағындағы дәүләт премиялары буйынса комиссия составы ла яңыртылды. Рәйес итеп БР Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев тәғәйенләнде, уның урынбаҫары – фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
Ата-әсәләр өсөн награда
Башҡортостанда тағы дүрт ғаилә балалар тәрбиәләүҙәге хеҙмәттәре, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлауға һәм нығытыуға тос өлөш индергән өсөн юғары наградаға лайыҡ булды. Республика Башлығының 5 августа баҫылған указы буйынса, Ишембай районынан Александра һәм Сергей Лабзиндар, Туймазы районынан Нурия һәм Тимур Шушуновтар, Өфөнән Зилиә һәм Рәмил Ибраһимовтар, Белорет районынан Елена Рыбакова «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалдары менән бүләкләнде.
Ер участкаһын күсереү
18 августа Башҡортостанда ер участкаһын бер категориянан икенсеһенә күсереүгә ҡағылышлы яңы закон баҫылып сыҡты һәм көсөнә инде. Бынан алдараҡ уны республика парламенты депутаттары ҡабул итте. Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйған законға ярашлы, Кушнаренко районының Иҫке Туҡмаҡлы ауыл советында майҙаны 3875 квадрат метрлыҡ ер участкаһы ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр категорияһынан сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, радиотапшырыуҙар, телевидение, информатика ерҙәре, йыһан эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн ерҙәр, оборона, хәүефһеҙлек һәм башҡа махсус тәғәйенләнештәге ерҙәр категорияһына күсерелә. Участка файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өсөн икенсе категорияға күсерелгән, тип хәбәр ителә документта.
Бынан алдараҡ Башинформ быйылдан башлап ауыл хужалығы ерҙәрен файҙаланыу категорияһын үҙгәртеү процедураһының яңыртыласағын хәбәр иткәйне. Бындай ҡарар ҡабул итеү өсөн айырым төбәк законы талап ителә. Шул уҡ ваҡытта айырыуса әһәмиәткә эйә булған ауыл хужалығы ерҙәрен икенсе категорияға күсерергә ярамай.
Яңы лимиттар
1 августа Башҡортостанда республика етәксеһенең 2026-2027 йылдар миҙгеленә республикала һунар ресурстарын аулауға лимиттар раҫланған бойороғо көсөнә инде. Документҡа ярашлы, 2027 йылдың 1 авгусына тиклем республикала 3391 мышы, 3529 себер ҡоралайы, 631 айыу атып алырға мөмкин. Был йәнлектәргә лимиттар артты. Шул уҡ ваҡытта республикала 77 һеләүһен ауларға рөхсәт ителә. 5 августа республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған бойороҡтан күренеүенсә, таплы боланға лимит 11- гә, ә бурһыҡҡа 843-кә тиклем кәметелде.
Башинформ.