

Һуңғы йылдарҙа республика мәғариф өлкәһенә ҙур иғтибар бүлә: мәктәптәр төҙөлә һәм ремонтлана, кабинеттар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, уҡытыу-сыларға эш хаҡы һәм түләүҙәр арта, һәм был эш дауам итә.
21 августа республика Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан Республикаһында педагог һөнәренең абруйын күтәреү тураһында» указға ҡул ҡуйҙы.
– Указда уҡытыусы һөнә- ренең абруйын арттырыу, уҡытыусыларыбыҙға ярҙам итеү буйынса байтаҡ саралар билдәләнгән. Улар ыңғай һөҙөмтә бирергә тейеш. Был эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәм, быйыл июлдә, Президент указына ярашлы, илебеҙҙә уҡытыусылар айырым статус алды, – тине төбәк Башлығы педагогтарҙың август кәңәшмәһендә.
Педагогтар өсөн миҙал
Уҡытыусыларға яңы ярҙам сараларының береһе – «Педагог эшмәкәрлеге өсөн» миҙалы. Уны мәғариф өлкәһендәге айырым ҡаҙаныштар өсөн тапшыралар. Миҙал күп йылдар йәш быуынды тәрбиәләгән, олимпиада еңеүселәре әҙерләгән һәм тәжрибәһен йәш коллегалары менән уртаҡлашҡан педагогтарҙың хеҙмәтен баһалау алымдарының береһе буласаҡ. Бүләкләү тәртибе һәм ҡағиҙәләре яҡын арала әҙер буласаҡ.
Указда БР Мәғариф министрлығына педагогтарҙың һөнәри үҫеше өсөн шарттар булдырырға, йәш белгестәргә тәжрибәле остаздар беркетергә, уҡытыусыларға электрон белем биреү ресурстарын (һанлы китапханалар, методикалар) бушлай файҙаланыу мөмкинлеген бирергә, тағы ла яҡшыраҡ эшләргә дәртләндергән сараларҙы ғәмәлгә индерергә ҡушылды. Шулай уҡ уҡытыусылар дәүләт музейҙарына бушлай йөрөү хоҡуғына эйә буласаҡ (айына бер тапҡырҙан да кәм түгел). Ә урындағы хакимиәттәр уҡытыусыларҙың кескәй ул-ҡыҙҙарын балалар баҡсаларында урын менән сиратһыҙ тәьмин итергә тейеш.
Уңышлы уҡытыусы – уңышлы уҡыусы
Бер нисә йыл дауамында төбәк етәкселеге уҡытыусыларға күрһәткән ярҙам үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Мәҫәлән, Башҡортостан Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы һөҙөмтәләре буйынса илдең алдынғы биш төбәге иҫәбенә инде. Шулай уҡ беҙҙең балалар халыҡ-ара ярыштарҙа уңышлы сығыш яһай. Ошо көндәрҙә Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө Башҡорт лицей-интернаты уҡыусыһы Руслан Әминевкә Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Ул июлдә Ҡытайҙа үткән IEO-2026 IX халыҡ-ара иҡтисади олимпиаданың көмөш призеры булды. Награданы тапшырған ваҡытта, Башлыҡ уҡыусының педагог-остазы Руслан Ренат улы Ғабдрахмановҡа ла рәхмәт әйтте.
– Был – абруйлы халыҡ-ара олимпиада, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм тырышлыҡ һөҙөмтәһендә Башҡортостандың олимпиада хәрәкәте буйынса иң яҡшы биш төбәк иҫәбенә инеүенә өлгәштек. Был – республикабыҙҙа белем биреү сифатының мөһим күрһәткесе.
Быйыл Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре ныҡ һәйбәт булды. Республикала 210 йөҙ баллы һөҙөмтә теркәлгән. Сағыштырыу өсөн: 2025 йылда бындай эштәр – 159, ә 2023 йылда 82 булған.
– 11 уҡыусы мультибалдарға, йәғни ике йөҙ баллы һөҙөмтәгә өлгәште, – тине Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин. – Быйыл физика, профилле математика, биология, әҙәбиәт, йәмғиәтте өйрәнеү һәм инглиз теле буйынса имтиханды йөҙ балға тапшырыусылар һаны артҡан. Рус теле буйынса йөҙ баллы һөҙөмтәләрҙең артыуы ҡыуандырҙы – 24 осраҡ. Шулай уҡ имтихандарҙы 81 һәм унан юғарыраҡ балға тапшырған балалар ҙа күбәйгән.
Иң яҡшыларҙы дәртләндереү
Уҡыусыһы юғары уңыштарға өлгәшкән һәр уҡытыусы дәртләндереү түләүҙәре ала. Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеүсене әҙерләгән өсөн педагогҡа – 300 мең һум, призер әҙерләгән өсөн 150 мең һум түләнә.
Йыл һайын иң яҡшы рус, башҡорт һәм туған тел уҡытыусыларына 50 мең һум күләмендә премиялар тапшырыла. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы һәм уға ярашлы уҙғарылған «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» һәм «Йәш йыл уҡытыусыһы» конкурстары еңеүселәре һәм финалсылары 30 меңдән 50 мең һумға тиклем премия менән бүләкләнә. Һөнәри оҫталығы һәм юғары ҡаҙаныштары өсөн республиканың иң яҡшы уҡытыусылары 200 мең һум күләмендә аҡсалата дәртләндереү ала.
Берҙәм дәүләт имтиханын йөҙ балға тапшырған уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға 50-шәр мең һум түләнә. Шулай уҡ республикала ауыл уҡытыусыларына һәм ауыл мәктәптәре директорҙарына грант ярҙамы ҡаралған. Уның суммаһы 690 мең һум тәшкил итә.
Стеналарҙы яңыртыу ғына түгел
Башҡортостан элеккесә мәктәптәр төҙөү һәм капиталь ремонтлау буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләй. Биш йыл эсендә республикала 217 бина капиталь ремонтланған, быйыл тағы ла 42 мәктәп яңыртыласаҡ.
Бындай үҙгәрештәр уҡыусыларға ғына түгел, уҡытыусыларға ла оҡшай, сөнки улар эш сифатына иғтибарҙы тупларға ярҙам итә. «Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау – ул стеналарҙы яңыртыу ғына түгел, ә белем биреү мөхитенең сифатын үҙгәрткән комплекслы яңырыу», – ти Башҡортостандың беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев. Ремонт менән бер рәттән белем усаҡтарын заманса ҡорамалдар – интерактив таҡталар, панелдәр, ноутбуктар менән тәьмин итеү уҡытыусыларға мауыҡтырғыс дәрестәр үткәрергә, төрлө һанлы ресурстарҙы файҙаланырға мөмкинлек бирә. Бындай мәктәптәрҙә уҡыу һәм эшләү күпкә ҡыҙыҡлыраҡ була бара.
Материалдар «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе axmetshina.v@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.