

Уның һүҙҙәренсә, был хәлдән һуң мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек саралары көсәйтелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 сентябрҙә Кушнаренко гимназияһында дәрестә уҡыусыларҙың береһе класташын бысаҡ менән йәрәхәтләгән. Һуңыраҡ улар араһында оҙайлы конфликт булыуы асыҡланды. Ә мәктәп етәкселеге был фактты йәшереп ҡалырға тырышҡан, уны хәл итеү өсөн бер ниндәй ҙә саралар күрелмәгән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә директорҙы һәм завучты эштән бушатыуҙы талап итте.
Башинформ.