

Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы майҙансығында үткән сарала 140 мәктәп уҡытыусыһы, балалар баҡсалары тәрбиәселәре һәм төбәк университеттарының ошо йүнәлештә белем алыусы студенттары ҡатнашты.
Осрашыуҙы асып, Башҡортостан Башлығы 8 сентябрҙә илдә тәүге тапҡыр Президент Владимир Путин башланғысы буйынса булдырылған Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө билдәләнеүен әйтте.
– Күп милләтле республикабыҙ өсөн был байрам ҙур әһәмиәткә эйә. Ул тәү сиратта милли рухи оҡшашлыҡ төшөнсәһе менән бәйле – һәр беребеҙҙең үҙен ни дәрәжәлә Рәсәй йәмғиәтенең бер өлөшө итеп тойоуы. Социологик һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, Башҡортостанда был күрһәткес 92 процентҡа етә – был милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең гармониялылығы күрһәткесе, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта төрлө милләттәрҙең туған телдәрен өйрәнеү мөмкинлеге күрһәткесе лә ошо юғары кимәлгә ярашлы булырға тейеш. Бер яҡтан Рәсәй халҡының бер өлөшө булыуыбыҙҙы һыҙыҡ өҫтөнә алам. Ә икенсе яҡтан – үҙенсәлегебеҙ, милләтебеҙ, тарихыбыҙ һәм мәҙәниәтебеҙ бар. Шуға күрә Рәсәй халыҡтары телдәре көнө беҙҙең өсөн бик мөһим.
Республика етәксеһе Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендәге эштең системалы характерҙа булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был йәһәттән Милли кейем һәм Милли бейеү көндәрен булдырыу, күп һанлы тематик саралар мөһим ҡарарҙар булып тора.
– Тел тураһында һүҙ алып барғанда, уны һаҡлап ҡалыу бурысын ғына ҡуймайбыҙ. Беҙ халыҡты һаҡлап ҡалыу тураһында һөйләйбеҙ. Һәм беҙҙең ғәмәлдәр бында системалы характерға эйә. Һүҙ тел диктанттары үткәреү, эпостарҙы өйрәнеү, төрлө фестивалдәр ойоштороу тураһында бара. Шулай итеп беҙ үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлайбыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шуға ярашлы, Хөкүмәт, дәүләт институттары халыҡтарыбыҙҙың телдәрен һәм мәҙәниәттәрен һаҡлау буйынса саралар күрергә тейеш.
Был эштең аныҡ бурыстары хаҡында һөйләгәндә, Башҡортостан Башлығы үҫеп килгән быуынды туған телдәрҙе өйрәнеүгә ылыҡтырыуҙы үҙ эсенә алған мәктәп белеменең мөһимлеген юғары баһаланы. Ул шул иҫәптән заманса уҡытыу программаларын һәм методикаларын, сифатлы әҙәбиәт булдырыуҙы һәм үҫтереүҙе, алдынғы мәктәптәр асыуҙы күҙ уңында тота.
– Беҙ билдәле бер үҫеш осорон үттек, Башҡортостанда 12 полилингваль мәктәп булдырҙыҡ. Уларҙың һанын 20-гә еткерергә планлаштырабыҙ. Был ысынында элиталы ваҡиға – яҡшы матди база, өҫтәмә белем биреү, патриотик тәрбиә һәм, әлбиттә, квалификациялы педагогтар, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ йәш белгестәр әҙерләүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Республиканың юғары уҡыу йорттары педагогтарҙы тел предметтары буйынса уҡытыуҙы ойоштора һәм был эшкә ғилми яҡтан булышлыҡ итә. Мәктәпкәсә учреждениеларҙа ла туған телдәрҙе өйрәнеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Тематик проекттарға ярҙам итеү өсөн гранттар һәм премиялар ғәмәлдә. Бөгөнгө осрашыу – шул иҫәптән үҙ-ара бәйләнеш форматы. Беҙгә был эштә бергәләп иғтибарҙы нимәгә йүнәлтергә тейешлегебеҙ тураһындағы фекерҙәрегеҙ ҡыҙыҡлы.
Башинформ.