Ашҡаҙар
+18 °С
Ясно
Республика һулышы
18 Сентября , 06:20

Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көндәре старт алды

Бөгөн, 18 сентябрҙә, Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көндәре старт алды. Һайлауҙар 2026 йылдың 18, 19 һәм 20 сентябрендә үтә.

Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көндәре старт алдыБашҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көндәре старт алды
Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көндәре старт алды

Һайлау участкалары өс көн дауамында сәғәт иртәнге 8-ҙән киске 20-гә тиклем асыҡ буласаҡ.

Тауыш биреү барышында республика халҡы РФ Дәүләт Думаһы депутаттарын, 28-се Ҡыҙыл һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутатын, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын һайлай.

Участкағыҙҙың ҡайҙа урынлашҡанын белмәһәгеҙ, уны асыҡлауҙың өс тиҙ ысулы бар:

❶ Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сервисында тикшерегеҙ: vk.cc/cP9DQa
❷ Дәүләт хеҙмәттәрендә «Һайлауҙар» баннерына баҫығыҙ: vk.cc/cO6CtU
❸ йәки Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының ҡыҙыу линияһына шылтыратығыҙ: 8 800 347 54 54

Тауыш биреү өсөн кәрәкле документтар исемлеге:
✓ РФ паспорты (ул булмаһа, ваҡытлыса шәхес танытмаһын күрһәтергә мөмкин);
✓ хәрби билет йәки хәрби билетҡа алмашҡа бирелгән таныҡлыҡ – тик хәрби хеҙмәт үткән кешеләр өсөн.

#Һайлау2026
#РФДәүләтДумаһы
#Башвыборы2026

Автор:
Читайте нас