

– Өлгөргәнлекте баһалау – төбәктә фән һәм технологиялар менән идара итеү системаһының нисек булдырылыуын, механизмдарҙың нисек эшләүен һәм уларҙың һөҙөмтә биреүен диагностикалау ул, – тип билдәләне Светлана Мостафина. – Беҙгә биш йүнәлеш буйынса баһа бирҙеләр.
Мәҫәлән, «идара итеү» күрһәткесе буйынса Башҡортостандың уңыштары 100 процентҡа баһаланған. Был осраҡта яуаплы орган булыу, тейешле команда булдырыу һәм дәүләт фәнни-технологик үҫеш программаһын раҫлау күҙ уңында тотола.
Икенсе йүнәлеш – тикшеренеүҙәргә заказ. Бында республика 70 процентҡа баһаланған.
– Власть органдары эшләнмәләргә заказ бирә, әммә уларҙы реаль иҡтисадҡта файҙаланыуҙы көсәйтергә кәрәк. Потенциал яҡшы, – тип өҫтәне Светлана Мостафина.
Өсөнсөнән, төбәк ихтыяждары өсөн кадрҙар әҙерләүҙе һәм һәләтле балаларҙы уҡытыу өсөн шарттар булдырыуҙы баһалағандар. Республиканың һөҙөмтәһе – 72 процент.
Шулай уҡ эксперттар йәш ғалимдарға ярҙам күрһәтеү күрһәткестәрен – стипендияларҙы, гранттарҙы, торлаҡты, социаль сараларҙы – анализланы. Башҡортостанда ул 82 процентҡа баһалана.
Бишенсе йүнәлеш – инновацион үҫеш. Был күрһәткес буйынса республика 50 процент йыйыуға ирешкән. Бында технопарктарҙың нисек эшләүен, реаль килемле компанияларҙың барлығы, бәләкәй технологик компанияларҙың етди кимәлгә күтәрелеүе ҡаралған. Артабан эшләнмәләрҙе реаль секторға күсереү һәм технологик компанияларҙы масштаблау өсөн шарттар булдырыу профилле ведомстволар менән берлектә эшләүҙе талап итә.
– Рейтинг йомғаҡтары буйынса бөтә төбәктәр ҙә дүрт кимәлгә бүленде – лидерлыҡ, прогрессив, база һәм башланғыс, – тип йомғаҡ яһаны Светлана Мостафина. – Беҙҙең бурыс – уңышлы тәжрибәләрҙе таратыу һәм үҫеш өсөн потенциал булған күрһәткестәр өҫтөндә маҡсатлы эшләү. Үҙебеҙгә лидерҙар категорияһына инеү бурысын ҡуябыҙ.
Башҡортостан – илдең фәнни-технологик үҫеш рейтингында тәүге ун төбәк иҫәбендә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
– Был интеграль комплекслы күрһәткес, һәм беҙгә лидерҙар төркөмөнә күсергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Яҡын арала, фәнни йәмәғәтселекте йыйып, бөтә мәсьәләләрҙе ентекләп тикшерәсәкбеҙ.
https://glavarb.ru/ba/news/event/bashortostan-fnni-tehnologik-esh-buyynsa-il-tbktre-araynda-tge-unau-iben-in-/