

Ҡурай көнө – республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 10 октябрҙә булдырылған байрам. Башҡортостанда тәүге тапҡыр 2025 йылда билдәләнде.
Программа сиктәрендә пленар сессия, Хәйбулла районынан Йомабай Иҫәнбаев исемендәге музейҙың күргәҙмәһе, тематик күргәҙмәләр, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
Сарала БР Ҡурайсылар союзы рәтен тулыландырыу планлаштырыла – традицияларҙы һаҡлаусылар үҙҙәренең беренсе танытмаларын аласаҡ.
Ойоштороусылар: БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм БР Ҡурайсылар союзы.
Сара «Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.