Ашҡаҙар
+7 °С
Ясно
Республика һулышы
29 Сентября , 11:59

Башҡортостан Башлығы «Фармстандарт-ӨфөВита» комплексын асыуҙа ҡатнашты

28 сентябрҙә Радий Хәбиров «Фармстандарт-ӨфөВита» компанияһының яңы административ һәм етештереү-склад корпусын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы «Фармстандарт-ӨфөВита» комплексын асыуҙа ҡатнаштыБашҡортостан Башлығы «Фармстандарт-ӨфөВита» комплексын асыуҙа ҡатнашты
Башҡортостан Башлығы «Фармстандарт-ӨфөВита» комплексын асыуҙа ҡатнашты

Был республикала ғына түгел, илдә лә иң эре предприятиеларҙың береһе булып тора. Уның номенклатураһында 230-ҙан ашыу дарыу препараты бар. Яңы объект инвестиция проекты сиктәрендә төҙөлгән, 10 миллиард һумдан ашыу аҡса һалынған.

Комплекс территорияһында йылына яҡынса 75 миллион төргәк продукция етештереү мөмкинлеге булған заманса линиялар, шулай уҡ лабораториялар, складтар һәм офистар урынлашҡан. Производствоны сафҡа индереү 250-гә яҡын яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Фармстандарт-ӨфөВита» — XXI быуат предприятиеһы, илдең фармацевтика сәнәғәте лидерҙарының береһе», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, Өфөнөң был тармаҡтың танылған үҙәктәре иҫәбенә инеүе мөһим, шуның һөҙөмтәһендә республикала яңы компетенциялар һәм абруйлы эш урындары барлыҡҡа килә.

Тантаналы сарала Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы. Компанияның генераль директоры Наил Низаметдинов – Маҡтау грамотаһына, етештереү-склад комплексы төҙөлөшө етәксеһе Евгений Чугунов БР Рәхмәтенә лайыҡ булды.

Проект ике йыл элек «Инвестиция сәғәте»ндә фекер алышыу барышында хуплау тапты, тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров. Ул комплекстың ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бойомға ашырылыуына ҡәнәғәтлек белдерҙе. 

Азат Мөхәмәтйәнов | БР Башлығының матбуғат хеҙмәте, БР Башлығы сайты
 
Башинформ.

 

Автор:
Читайте нас