Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
22 Июнь 2023, 16:13

Башҡортостанда ял көнөн күсереүгә бәйле поликлиникаларҙың эш графигы үҙгәрҙе

Ял көнөн шәмбенән шишәмбегә күсереүгә бәйле Башҡортостанда поликлиникаларҙың эш графигы үҙгәрә, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Башҡортостанда ял көнөн күсереүгә бәйле поликлиникаларҙың эш графигы үҙгәрҙе
Башҡортостанда ял көнөн күсереүгә бәйле поликлиникаларҙың эш графигы үҙгәрҙе

Шәмбе, 24 июндә, медицина учреждениелары пациенттарҙы эш көнө графигы буйынса ҡабул итә. 27 июндә һәм 28 июндә — шәмбе графигына ярашлы. 27 июнгә табипҡа яҙылған пациенттарҙы шәмбе, 24 июндә, саҡыралар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Башҡортостанда 27 июнде ял көнө тип иғлан итеүҙәре хаҡында яҙғайны. Тейешле бойороҡҡа республика етәксеһе ҡул ҡуйған. Документҡа ярашлы, 24 июнь — муниципаль дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн эш көнө. Башҡа эш биреүселәргә ла ошондай ҡарар ҡабул итергә кәңәш бирелде.

Шулай итеп, республика халҡы ике көн: 27 июндә — шәмбе урынына, 28 июндә, Ҡорбан ғәйетендә ял итә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: