Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
12 Июль , 22:00

Врачҡа нисек яҙылырға?

Поликлиника регистратураһына сиратта тороу тарихта ҡалды. Бөгөн табипҡа «Дәүләт хеҙмәттәре»ндәге «Минең сәләмәтлегем» сервисы аша яҙылырға мөмкин. Бының өсөн мотлаҡ медицина страховкаһы полисы, поликлиникаға беркетелеү һәм www.gosuslugi.ru порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы кәрәк.

Врачҡа нисек яҙылырға?
Врачҡа нисек яҙылырға?


❓Врачҡа нисек яҙылырға?
- Үҙегеҙҙең иҫәп яҙмаһына инеп, яҙылыу битенә инегеҙ https://vk.cc/ceL7g3
- шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе тикшерегеҙ
- поликлиниканы, белгесте һәм ҡабул итеү ваҡытын һайлағыҙ.

❓Ни өсөн яҙылып булмай?
Сәбәптәрҙең бер нисәү булыуы ихтимал: полисығыҙҙың ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән, яҙылыу өсөн буш урындар юҡ, тултырылған мәғлүмәттәрҙә хата киткән йәки сервистағы етешһеҙлек.

Табипҡа яҙылыу өсөн буш урындар булмағанда, оператор йәки теркәүсе пациентҡа «сиратҡа» баҫырға тәҡдим итә, буш урын килеп сыҡҡанда регистратура хеҙмәткәре пациентты табипҡа яҙа һәм уға телефон аша хәбәр итә.

❓Әгәр исемлектә миңә кәрәкле табип булмаһа?
Тимәк, ул врачҡа һеҙҙе терапевт ҡына яҙҙыра ала, унан башлағыҙ.
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты ярҙамында медицина хеҙмәттәренең сифаты яҡшыра. Медицинала яңы технологиялар ғәмәлгә индерелә, табиптар квалификацияһын күтәрә, ә дауаханаларҙа заманса ҡорамалдар барлыҡҡа килә.

Мәҫәлән, Башҡортостанда Красноусол үҙәк район дауаханаһына яңы заманса эндоскоп ҡайтартылды. Уның ярҙамында табиптар ашҡаҙандағы, эсәктәге һәм башҡа органдағы лайлалы тиресәне тикшерә ала. Йыйылған мәғлүмәттәр дөрөҫ диагноз ҡуйырға ярҙам итә.

???? Башҡортостанда табипҡа тағы нисек яҙылырға мөмкин булыуын аңлатабыҙ:
- Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бәйләнеш үҙәге аша - 122, өҫтәмә 2 (эш көндәрендә: 7.30-19.00, шәмбе: 8.00-16.00, йәкшәмбе - ял көнө)
- поликлиника регистратураһы аша
- поликлиникалағы инфомат аша
doctor.bashkortostan.ru порталында
- «Табипҡа» мобиль ҡушымтаһы аша (RuStore: https://vk.cc/cpqHP3, GooglPlay: https://vk.cc/cpqHO3, AppStore: https://vk.cc/cpqHQz)
- пациентты ҡабул иткәндә табип икенсе табипҡа яҙа ала

Объясняем.РФ порталында яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ

Объясняем.РФ порталына яҙылығыҙ

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #новостимедицины #здоровье #нацпроектздравоохранение @nationalprojectsru

Автор:
Читайте нас в