Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
18 Июль 2023, 17:50

Табиптар «киндер» эсендәге уйынсыҡты йотҡан 4 йәшлек баланы ҡотҡарған

Башҡортостанда табиптар «киндер» эсендәге уйынсыҡты йотҡан 4 йәшлек баланың ғүмерен ҡотҡарған.

Табиптар «киндер» эсендәге уйынсыҡты йотҡан 4 йәшлек баланы ҡотҡарған
Табиптар «киндер» эсендәге уйынсыҡты йотҡан 4 йәшлек баланы ҡотҡарған

Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, уйынсыҡ ҡыҙыл үңәс һәм тын юлы араһында тороп ҡалған. Был баланың ғүмере һәм һаулығы өсөн ҙур хәүеф менән янаған.

«Ашығыс рәүештә операцияға әҙерләй башлағандар, трахеостома ҡуйырға йыйынғандар... Ләкин табип-реаниматолог Илгиз Мостафиндың оҫта эш итеүе һөҙөмтәһендә уйынсыҡты операцияһыҙ алғандар», — тип белдерҙеләр медицина учреждениеһында.

Хәҙер баланың хәле һәйбәт, әле ул табиптар күҙәтеүе аҫтында.

Башинформ.

Табиптар «киндер» эсендәге уйынсыҡты йотҡан 4 йәшлек баланы ҡотҡарған
Табиптар «киндер» эсендәге уйынсыҡты йотҡан 4 йәшлек баланы ҡотҡарған
Автор:
Читайте нас: