Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
29 Август 2023, 16:42

Башҡортостан мәктәптәрендә 30 стоматология кабинеты асыла

Яңы уҡыу йылында Башҡортостан мәктәптәрендә «Ҡанатлан!» республика белем биреү проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле буйынса 30 стоматология кабинеты асыла. Был хаҡта республика етәксеһенең телеграм-каналынан билдәле булды. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, 2022 йылда теш табиптары өсөн 12 кабинет йыһазландырылған.

Башҡортостан мәктәптәрендә 30 стоматология кабинеты асыла
Башҡортостан мәктәптәрендә 30 стоматология кабинеты асыла

Республика мәктәптәрендә барлығы 214 стоматология кабинеты бар, шуларҙың 80-е «Ҡанатлан!» проекты буйынса асылған. Уларҙа 223 кеше эшләй. 2022-2023 уҡыу йылында 130 меңгә яҡын бала һәм 5 мең уҡытыусы теш табиптарында булған.

«Был эште иң яҡшы тәжрибәләребеҙҙең береһе тип иҫәпләйем. Беҙ мәктәп уҡыусыларына бала саҡтан уҡ тештәрен һаҡларға ярҙам итәбеҙ, табиптарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтәбеҙ һәм балаларҙы уңайлы шарттарҙа дауалайбыҙ», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-29/ya-y-u-yu-yylynda-bash-ortostan-m-kt-pt-rend-30-stomatologiya-kabinety-asyla-3411026

 

Башҡортостан мәктәптәрендә 30 стоматология кабинеты асыла
Башҡортостан мәктәптәрендә 30 стоматология кабинеты асыла
Автор:
Читайте нас: