Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
1 Сентябрь 2023, 10:48

Башҡортостанда йәш табиптарға өс миллион һум түләнә

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының республика программаһы хаҡында иҫкә төшөрҙө. Уға ярашлы, йәш табиптар өс миллион һум күләмендә аҡса алырға мөмкин.

Башҡортостанда йәш табиптарға өс миллион һум түләнә
Башҡортостанда йәш табиптарға өс миллион һум түләнә

Башҡортостан етәксеһе әйтеүенсә, һүҙ профилле юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар, шулай уҡ 2021 йылдан республикаға күсеп ҡайтҡан белгестәр хаҡында бара. Аҡса хеҙмәт килешеүе төҙөлгәндән һуң өс йыл дауамында берәр миллион һумлап түләнә.

«Программа терапевтарға һәм педиатрҙарға, шул иҫәптән участка һәм дөйөм практика табиптарына иҫәпләнгән. Компенсацияға 25 меңдән аҙыраҡ пациент беркетелгән медицина ойошмаларына эшкә урынлашҡан белгестәр хоҡуҡлы. Республикабыҙҙа 24 үҙәк район дауаханаһы ошо критерийға тап килә. Программа бик актуаль, ауыл медиктары етешмәй. Ул «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры»н программаларын да тулыландыра. Шуныһы мөһим: яңы программаны эшләгәндә медицина вуздарын тамамлаған йәш табиптарға ғына иҫәп тотманыҡ. Ауыл дауаханаларында быға тиклем башҡа төбәктәрҙә йәшәгән һәм эшләгәндәрҙе лә күреүебеҙгә шатбыҙ», — тип яҙҙы Хәбиров.

Башҡортостан медицина кадрҙарын йәлеп итеү өсөн иң яҡшы тәжрибәләре булған төбәктәр рейтингына ингән.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-31/bash-ortostanda-y-sh-tabiptar-3-million-um-alyr-a-m-mkin-3414431

 

 

 

Автор:
Читайте нас: