Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
6 Сентябрь 2023, 22:34

Өфө табиптары ун магнит шарын йотҡан баланы ҡотҡарған

Өфөлә табиптар ун магнит шарын йотҡан баланы ҡотҡарған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Өфө табиптары ун магнит шарын йотҡан баланы ҡотҡарған
Өфө табиптары ун магнит шарын йотҡан баланы ҡотҡарған

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, ата-әсә эсе ауыртҡан өс йәшлек балаһын ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһына алып килгән. Табиптар уның ҡорһаҡ ҡыуышлығы органдарына рентген тикшереүе үткәргәндән һуң магнит шарҙарын тапҡан. Медиктар 3 миллиметрлыҡ 10 шарҙы алған.

«Магнит шарҙары — бик хәүефле уйынсыҡ,  — ти белгестәр. —  Ашҡаҙан-эсәк юлында улар бер-береһенә тартыла һәм йәбешә. Был иһә некрозға, перитонитҡа һәм сепсисҡа килтереүе ихтимал».

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-09-06/f-tabiptary-un-magnitly-sharsy-yot-an-balany-ot-ar-an-3421582

 

Автор:
Читайте нас: