Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Сентябрь 2023, 16:30

Республикала «сәләмәтлек поезы» 150 меңенсе пациентты ҡабул иткән

Башҡортостанда бөгөн «сәләмәтлек поездарының» береһе 150 меңенсе пациентты ҡабул иткән. Ул - Өфө районының Берёзовка ауылынан Юлия Шундеева. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә яҙған.

Республикала «сәләмәтлек поезы» 150 меңенсе пациентты ҡабул иткән
Республикала «сәләмәтлек поезы» 150 меңенсе пациентты ҡабул иткән

Яҡташыбыҙға һаулыҡты һәм физик форманы күҙәтеп барыу өсөн фитнес-беләҙек бүләк иткәндәр.

Сағыштырыу өсөн: 2022 йылда табиптарҙың күсмә бригадалары 120 меңдән ашыу кешене тикшергән.

«Биш йыл республика буйлап йөрөгән «сәләмәтлек поезы» халыҡта популярлыҡ яулай бара. Акция республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме менән башланғайны», - тип белдерә һаулыҡ һаҡлау министры.

Акцияның сираттағы миҙгеле ошо аҙнала тамамлана, пациенттарҙы ҡабул итеү буйынса план 150% үтәлгән.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-09-13/respublikala-s-l-m-tlek-poezy-150-me-ense-patsientty-abul-itk-n-3434610

 

Автор:
Читайте нас: