Чат-бот ярҙамында уңайлы форматта психологик ярҙам алырға мөмкин:
- «Онлайн-консультация» хеҙмәтен һайларға;
- ышаныс телефоны аша дежур психологҡа шылтыратырға;
- психологҡа шәхсән мөрәжәғәт итеү өсөн яҙылырға була.
Шулай уҡ чат-бот ярҙамында үҙеңә ярҙам итеү техникаһы менән файҙаланырға һәм үҙ-үҙеңде хәстәрләү принциптары менән танышырға мөмкин. Бының өсөн исемлектән тейешле опцияны һайларға кәрәк.
Чат-бот көн әйләнәһенә эшләй, ә республика халҡына профессиональ психологтар ярҙам күрһәтә.
Ботҡа карточкалағы QR-код аша йәки түбәндәге һылтанма буйынса күсергә мөмкин:
https://t.me/psiholog02_bot
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
+20 °С
Болотло