Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
20 Сентябрь 2023, 12:30

Таныш булығыҙ, табип- терапевт Рүзилә Салауат ҡыҙы!

Медицинала кадрҙарға ҡытлыҡ кисереү, үкенескә ҡаршы, йәмғиәттә һуңғы осорҙа таныш проблема. Юҡ, әлеге өлкә буйынса университет-колледждар белгестәр әҙерләй ул. Тик бына йәштәр, ҡулдарына диплом алыу менән, матур тормош артынан ҡыуып, Мәскәү, Санкт-Петербург тирәһен “ҡапшай” башлай. Ә бына башҡа урында йәштәрҙе үҙ ерендә нисек ҡалдырырға тип баш ватҡанда, Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһы баш табибы Илшат Яппаров ҡала халҡын һуңғы осорҙа ғына яңы (йәш) бер нисә табип менән таныштырҙы.

Таныш булығыҙ, табип- терапевт Рүзилә Салауат ҡыҙы!
Таныш булығыҙ, табип- терапевт Рүзилә Салауат ҡыҙы!

Ең һыҙғанып эшкә тотонған йәштәрҙең береһе – Рүзилә Дәүләтшина. Ул быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, дауаханың поликлиникаһында эш башланы.

– Бала саҡтан табип булырға хыялландым. Мин күп балалы ҙур ғаиләлә үҫтем, әсәйем сирләп киткәс, эх, үҙем дауалар инем, тип хыяллана инем. Үкенескә ҡаршы, ҡәҙереле кешем аяҡҡа баҫманы, әммә шул саҡта күңелдә бөрөләнгән хыял медицина университетына алып килде. Ҡала халҡын дауаларға әҙермен! – тип һөйләп үтте Рүзилә Салауат ҡыҙы һөнәре хаҡында. Йәш белгескә уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Әйткәндәй, Илшат Яппаров белдереүенсә, коллективты йәш кадрҙар менән тулыландырыу мәсьәләһе көн ҡаҙығында тора һәм көндәлек алып барылған эш тә. Мәҫәлән, күптән түгел дауахана Стәрлетамаҡ медицина колледжы менән уҡыу тамамланғас эшкә алыу тураһында 50 студент менән килешеү төҙөгән.

Ҡалабыҙҙың һаулығы һағында тороусы йәш кадрҙар күбәйһен тип теләргә генә ҡала. Нисек кенә булмаһын, киләсәгебеҙ сәләмәтлеккә туранан-тура бәйле.

Рәмил МАНСУРОВ.
Фотолар Илшат Яппаров сәхифәһенән алынды.

Таныш булығыҙ, табип- терапевт Рүзилә Салауат ҡыҙы!
Таныш булығыҙ, табип- терапевт Рүзилә Салауат ҡыҙы!
Автор:
Читайте нас: