Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
27 Сентябрь 2023, 11:05

Киҙеүгә ҡаршы вакцина тураһында алты уйҙырма

Көҙ башы – грипҡа ҡаршы прививка эшләтеү өсөн иң ҡулай осор. Ғәҙәттә, ике-өс аҙнанан, тәүге һыуыҡтар башланыу менән, сирҙең арта башлауы күҙәтелә, ә һеҙҙә киҙеүгә ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килеп өлгөрә. Әммә ҡайһы берәүҙәр, төрлө уйҙырмаларға ышанып, прививканан баш тарта. Шуларҙың бер нисәүһен ҡарап үтәйек.

Киҙеүгә ҡаршы вакцина тураһында алты уйҙырма
Киҙеүгә ҡаршы вакцина тураһында алты уйҙырма

1. Киҙеү етди сир түгел

Кемдер әле булһа, грипп еңелсә үткән тымау кеүек, ул ҡурҡыныс түгел һәм, ғөмүмән, үҙенән-үҙе үтә, тип уйлай. Әммә табиптар улай тип һанамай: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Ер шарында йыл һайын киҙеүҙән 500 меңгә яҡын кеше үлә – был Өфө халҡының яртыһы тигән һүҙ! Грипп йоҡторған осраҡта күптәр тиҙ арала һауыға, ләкин иммунитет насар булһа, ул төрлө өҙлөгөүҙәргә, башҡа төрлө сирҙәргә – пневмония, баш мейеһе ялҡынһыныуы, йөрәк менән бәйле проблемаларға, хатта үлем осрағына сәбәпсе булыуы бар.

2. Прививка яһатып, шунда уҡ грипп йоҡторорға мөмкин

Был мөмкин түгел. Эш шунда: вакцина эшләү барышында вирустың сир тыуҙырыу һәләтен «үлтерәләр» һәм һаҡланыу булдырыу мөмкинлеген генә ҡалдыралар. Эйе, прививканан һуң киҙеүгә оҡшаш билдәләр – температура күтәрелеүе, мускулдар һыҙлауы, хәлһеҙлек күҙәтелеүе ихтимал. Тимәк, организм антиесемдәр эшләп сығара. Бер-ике көндән бындай торош үтә. Шулай булыуы ла бар: кеше ҡайҙалыр вирус йоҡтороп өлгөргән килеш вакцина яһата һәм сирләй башлай. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта һаҡлау һәләте барлыҡҡа килеп өлгөрмәй һәм сиргә тап вакцина ғәйепле кеүек килеп сыға.
Прививканан һуң антиесемдәр эшләп сығарыу өсөн организмға ике аҙна самаһы ваҡыт талап ителә. Ошо ваҡыт эсендә иммун системаһы организмға индерелгән «көсһөҙләндерелгән» вирусты еңә һәм һаҡ барлыҡҡа килтерә.

3. Файҙаһы юҡ: прививка эшләттем, барыбер сирләнем

Кеше бер төрлө штамға ҡаршы вакцина яһатып, икенсеһен йоҡтороуы ихтимал. Ғәҙәттә, гриптың бер нисә төрлө вирусы тарала. Эпидемиологтар алдағы миҙгелдә ниндәй вирус штамдарының тараласағын алдан күҙаллай һәм грипҡа ҡаршы прививка тап шуларҙан һаҡлай. Вакцинация хәүефле сирҙән һаҡланыу мөмкинлектәрен күпкә арттыра.

4. Вакцина өсөн түләргә кәрәк

Республика бөтә нәмәне федераль бюджет иҫәбенә алды, хатта үҙең менән шпирц алып килергә лә кәрәкмәй. Поликлиникаға барыу ғына шарт. Әгәр сир йоҡторһағыҙ, барлыҡ дарыуҙарҙы һатып алырға тура киләсәк, ә был бер кешегә кәм тигәндә мең һум сығым тигән һүҙ.
«Вакцина һәр поликлиникала бар. Теләгән һәр кем үҙенә уңайлы мәлдә прививка яһата ала. Вакцинацияны аҙаҡҡа ҡалдырырға ярамай, сөнки грипп бик етди эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Иммун системаһы хәлһеҙ кешеләр өсөн айырыуса хәүефле. Шуға күрә, мөмкинлек булған саҡта, тиҙ арала прививка яһатырға тырышығыҙ», – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин. Әйткәндәй, ул – тәжрибәле табип та.
Табиптар вакцина яһатҡандан һуң шунда уҡ эш буйынса йүгереп сығып китмәҫкә, поликлиникала бер аҙ булып, хәл-торошоғоҙҙо күҙәтергә кәңәш итә. Ашығыс медицина ярҙамы талап иткән аллергия осраҡтарын иҫкәртеү өсөн 15-20 минут ваҡыт етә.

5. Балаларға һәм йөклө ҡатындарға прививка яһатыу хәүефле

Киреһенсә, балалар һәм йөклө ҡатындар тәү сиратта грипҡа ҡаршы прививка яһатырға тейеш, ни өсөн тигәндә уларҙың иммунитеты ныҡлы түгел.
Илебеҙҙә етештерелгән хәҙерге вакциналарҙы ҡатын-ҡыҙҙарға йөклө­лөктөң 14-се аҙнаһынан, ә балаларға алты айҙан яһарға мөмкин. Әммә шунда уҡ эшләргә ярамай, бер ай ара менән яртышар доза яһатырға тәҡдим ителә. Әгәр ике прививка араһында бала сирләһә, һауыҡҡас, икенсе өлөшөн эшләйәсәктәр.
Баланы ата-әсә рөхсәтенән тыш вакцинациялау тыйыла. Законға ярашлы, бәлиғ булмаған кешегә прививка яһау өсөн ата-әсәнең береһенең йәки законлы вәкилдең яҙма ғаризаһы булыуы мотлаҡ.
Ә бына йомортҡаға аллергияһы булған кешеләргә табиптар прививка эшләтергә кәңәш итмәй. Ундай пациенттар мотлаҡ дауаханала, табип күҙәтеүе аҫтында вакцинацияланырға тейеш. Шулай уҡ етди сир йәки хроник сирҙәр аҙған осраҡта ла прививка эшләмәйҙәр.

6. Прививка яһатһаң, сирләмәйһең

Прививка яһатһаң, бөтөнләй сирләмәйәсәкһең тигән һүҙ ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй. Вакцина 100 процентлыҡ гарантия бирмәй. Әммә шуныһы раҫ: вакцина яһатҡан кешеләр бер ярым тапҡырға һирәгерәк сирләй, улар дауаханаға ике тапҡыр һирәгерәк эләгә, ә ауыр эҙемтәләр һәм үлем осраҡтары бөтөнләй теркәлмәй, тиергә мөмкин. Ябай итеп әйткәндә, прививка сирҙе еңел үткәреүгә һәм төрлө ҡурҡыныс эҙемтәләрҙән һаҡланыуға гарантия бирә. Шул уҡ ваҡытта грипҡа ҡаршы профилактик саралар тураһында ла онотмағыҙ: ҡулығыҙҙы һабынлап йышыраҡ йыуығыҙ, йәмәғәт транспортында һәм халыҡ күп урындарҙа битлек кейегеҙ, физкультура менән шөғөлләнегеҙ, дөрөҫ туҡланығыҙ.

Тәү сиратта бушлай вакцина эшләнә:
  алты айҙан ҙурыраҡ балаларға, мәктәп уҡыусыларына һәм студенттарға;
  медицина һәм мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә;
  социаль, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү тармаҡтары хеҙмәткәрҙәренә;
  вахта ысулы менән эшләүселәргә;
  чиновниктарға;
  пенсионерҙарға;
  хәрбиҙәргә;
  йөклө ҡатындарға;
  хроник сире булған кешеләргә.
Башҡалар ҙа бушлай вакцина яһата ала, бының өсөн үҙең беркетелгән поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк, һеҙгә барыһын да аңлатырҙар. Ҡайһы бер предприятиеларҙың етәкселәре эш урынында прививка яһатыуҙы ойоштора.

Быйыл Башҡортостанда грипҡа ҡаршы прививканы ике миллион самаһы кешегә, шул иҫәптән 500 мең балаға һәм ете мең йөклө ҡатынға яһарға иҫәп тоталар. Бының өсөн республика федераль бюджет иҫәбенә өс төрлө вакцина алды: «Ультрикс®Квадри», «Совигрипп®» һәм «Гриппол®плюс». Прививка кампанияһы августа башланды. Әлегәсә 650 мең самаһы кеше, йәғни республика халҡының 16 проценты прививка яһатып өлгөргән.

 

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

 

Автор:
Читайте нас: