Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
4 Октябрь 2023, 12:55

Республикала коронавирус йоҡтороусылар артҡан

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 4 октябргә мәғлүмәттәре буйынса, 131 пациент стационарҙа дауалана, шул иҫәптән 60 йәштән өлкәндәр - 82 кеше.

Республикала коронавирус йоҡтороусылар артҡан
Республикала коронавирус йоҡтороусылар артҡан

Ә 960 кеше өй шарттарында дауалана, уларҙың 403-ө алтмышты үткән.

Пандемия башланғандан алып йәмғеһе 371 981 кеше ковид менән сирләгән, уларҙың 72-һе һуңғы тәүлектә асыҡланған. Кисәге көн менән сағыштырғанда ауырыусылар артҡан.

Бөтәһе 364 784 кеше һауыҡҡан, шул иҫәптән 78-е - һуңғы тәүлектә.

Автор:
Читайте нас: