Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
12 Октябрь 2023, 19:00

3 миллион һум бирәләр

Республикала кадрҙарға ҡытлыҡты кәметеү маҡсатында төрлө маҡсатлы программалар эшләп килә. Иң мөһим тармаҡтарҙың береһе – һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә. Был йәһәттән йәш белгестәрҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ башланғыстар етерлек.

3 миллион һум бирәләр
3 миллион һум бирәләр

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә табиптарға 3 миллион һумға түләү тураһында документ сыҡты. Быға тиклем юғары белемле табиптар 1 миллион һум ала ине, шәфҡәт туташтары – уның ярты суммаһын.

Билдәле, программа, тәү сиратта, алыҫ райондарҙы күҙ уңында тота, сөнки нәҡ төпкөл ауылдарҙа белгестәрҙең эш урыны буш тора. Шуға был юлы ла 25 мең кешенән әҙерәк йәшәгән биләмәләрҙе хеҙмәтләндереүсе табиптарға ярҙам итәсәктәр. Шарт буйынса, белгес 2021 йылдан һуң дәүләт учреждениеһында эш башлаған булырға тейеш. 3 миллион һум алыу өсөн бер урында биш йыл эшләү ҙә мотлаҡ.
Быйыл түләүҙәрҙе Бөрйән, Балтас, Тәтешле, Йәрмәкәй, Йылайыр, Балаҡатай, Бишбүләк, Мәсетле һәм башҡа алыҫ райондарҙа дауалаусы табиптар аласаҡ.

Теманы дауам итеп,

Эшкә кил

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы республика хеҙмәт баҙарының
1 сентябргә ҡарата хәлен асыҡлаған. Күрһәткестәр буйынса, Стәрлетамаҡ урталыҡта килә йәки эш менән тәьмин итеү, эшһеҙҙәр һаны буйынса нормаларға ярашлы.

Статистикаға күҙ һалғанда, хеҙмәт ба-ҙары бигерәк тә Ағиҙел ҡалаһында уйға һала: бында бер вакансияға бер эш эҙләүсе тура килә. Унан ҡала Күмертауҙа бер хеҙмәт урынына – 0,7 кеше, Мәләүездә иһә бер урынға 0,6 кеше дәғүә итә.
Р. МАНСУРОВ.

Автор:
Читайте нас: