Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
1 Ноябрь 2023, 17:30

Башҡортостанда бер аҙнала 21 меңдән ашыу кеше киҫкен респиратор инфекция һәм грипп йоҡторған

Башҡортостанда уҙған аҙнала киҫкен респиратор инфекция һәм грипп йоҡтороуҙың 21 меңдән ашыу осрағы теркәлгән.

Башҡортостанда бер аҙнала 21 меңдән ашыу кеше киҫкен респиратор инфекция һәм грипп йоҡторған
Башҡортостанда бер аҙнала 21 меңдән ашыу кеше киҫкен респиратор инфекция һәм грипп йоҡторған

Шуларҙың 42,8% балаларға тура килә, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың республика идаралығынан.

Үткән аҙна менән сағыштырғанда ауырыу осраҡтарының 7,7% кәмеүе күҙәтелә. Әммә тынысланырға иртәрәк әле, тип иҫкәртәләр санитар ведомствола, сөнки сирҙең иң юғары нөктәһе декабрь–февраль айҙарына тура килә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-11-01/bash-ortostanda-ber-a-nala-21-me-d-n-ashyu-keshe-ki-ken-respirator-infektsiya-m-gripp-yo-tor-an-3501966

 

Автор:
Читайте нас: