Ошо маҡсатҡа төбәктәр араһында 1,35 миллиард һум бүленгән. Документ тексында билдәләнеүенсә, аҡса ауылда һәм алыҫ территорияларҙа йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәткән медицина ойошмаларын шәкәр диабетын асыҡлау һәм сирленең хәлен контролдә тотоу өсөн ҡорамал менән йыһазландырыуға тотонола.
2022 йылда диспансерҙа шәкәр диабеты менән сирләгән 124 204 кеше иҫәптә торған. Федераль регистрҙа иһә 122 602 өлкән кеше һәм 1602 бала иҫәпләнә.