Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек
15 Декабрь 2023, 05:50

Рәсәйҙә ҡыҙылсаға, ҡыҙамыҡҡа һәм паротитҡа ҡаршы вакциналарҙың булмауы йомортҡаға бәйле – Путин

Владимир Путин Рәсәй дауаханаларында ҡыҙылсаға, ҡыҙамыҡҡа һәм паротитҡа ҡаршы вакциналарҙың булмауын йомортҡаға ҡытлыҡ менән аңлатты. 

Рәсәйҙә ҡыҙылсаға, ҡыҙамыҡҡа һәм паротитҡа ҡаршы вакциналарҙың булмауы йомортҡаға бәйле –  ПутинРәсәйҙә ҡыҙылсаға, ҡыҙамыҡҡа һәм паротитҡа ҡаршы вакциналарҙың булмауы йомортҡаға бәйле –  Путин
Рәсәйҙә ҡыҙылсаға, ҡыҙамыҡҡа һәм паротитҡа ҡаршы вакциналарҙың булмауы йомортҡаға бәйле – Путин

 Сөнки тап ошо продукт препараттар етештереү өсөн сеймал булып тора. Мәсьәлә тиҙҙән хәл ителергә тейеш, тип вәғәҙәләне дәүләт башлығы тура бәйләнеш барышында.

«Ҡыҙылсанан, паротиттан, ҡыҙамыҡтан иммунизация препараттарына килгәндә, бында ла техник өҙөклөк. Был нимәгә бәйле? Нисек кенә сәйер тойолмаһын, йомортҡаға. Сөнки тауыҡ йомортҡаһы ҡыҙылсаға ҡаршы вакцина етештереү өсөн сеймал булып тора. Ҡарарҙар ҡабул ителде, яҡын арала бындай проблема булмаясаҡ», - тип ышандырҙы дәүләт башлығы.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-14/r-s-y-y-ylsa-a-y-amy-a-m-parotit-a-arshy-vaktsinalar-y-bulmauy-yomort-a-a-b-yle-putin-3566656

 

Автор:
Читайте нас