Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Сәләмәтлек
10 Ғинуар 2024, 12:00

Үҙеңде һәм ғаиләңде киҙеүҙән нисек һаҡларға?

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика халҡын киҙеү менән сирләүселәрҙең артыуы тураһында иҫкәртә. Көйөргәҙе, Иглин райондарында һәм Күмертау ҡалаһында башҡа урындарға ҡарағанда күберәк ауырыйҙар. «Роспотребнадзор» идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған аҙнала республикала 30 меңгә яҡын кеше грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән зарарланған, уларҙың һәр икенсеһе – бала.

Үҙеңде һәм ғаиләңде  киҙеүҙән нисек һаҡларға?Үҙеңде һәм ғаиләңде  киҙеүҙән нисек һаҡларға?
Үҙеңде һәм ғаиләңде киҙеүҙән нисек һаҡларға?

А киҙеүе нимә ул һәм уның хәүефе нимәлә?

Әлеге ваҡытта республикала, тотош илдәге кеүек үк, А (H3N2) киҙеүе вирусы өҫтөнлөк итә, уны «гонконг» киҙеүе тип тә атайҙар. Эпидемиологтар киҙеүҙең был төрө башҡалары менән сағыштырғанда иң агрессив вирус һәм иң күп өҙлөгөүҙәр, үлем осраҡтары тап уға тура килә тип билдәләй. Эш шунда: А төркөмө вирустарының ҡурҡыныс үҙенсәлеге бар – улар организмдың һаҡлағыс механизмдарын урап үтеп, яңы шарттарға әүҙем яраҡлаша.

Инфекция йылдам тарала. Төмән-Адлер поезында ял итеп ҡайтып барған 15 балаға ҡағылышлы хәлде иҫкә төшөрөү ҙә етә. Уларҙың бөтәһенә лә А киҙеүе диагнозы ҡуйылған. Ә бит балалар поезға ултырыр алдынан үҙҙәрен яҡшы тойған. Сирләүселәрҙең береһен – 12 йәшлек ҡыҙыҡайҙы ҡотҡара алмағандар. Бала поезда уҡ йән биргән.

Хәүефле сирҙең билдәләре ниндәй?

«Гонконг киҙеүе»нең инкубация осоро ҡыҫҡа. Сирҙең тәүге билдәләрен кеше вирус йоҡторғандан һуң бер нисә сәғәт үткәс һиҙеүе мөмкин. Һанаулы сәғәттәр эсендә инфекция тын юлдарының лайлалы тиресәһен зарарлай, һөҙөмтәлә бактериялар үтеп инеүгә уңайлы мөмкинлек барлыҡҡа килә. Хәл ҡапыл насарая: температура 39 градусҡаса, хатта унан да юғарыраҡ күтәрелә, тән һыҙлай, баш һәм мускулдар ауырта. Ваҡыт-ваҡыт күңел болғаныу һәм эс китеүе ихтимал. Икенсе көндө сир менән тымауға ҡоро йүткереү ҡушыла.

Грипп ваҡытында хроник ауырыуҙар көсәйә, шуға күрә берәүҙәр ауырыуҙы – еңелсә, икенселәр үтә ауыр үткәреүе ихтимал. Үпкә шешеүе (пневмония) – киҙеүҙең йыш осраған өҙлөгөүҙәренең береһе, ул үлем осраҡтарының күбеһенә сәбәпсе була. Йөрәк-ҡан тамырҙары йәки нерв системаһы, мәҫәлән, миокардит, менингит, энцефалит һәм башҡа етди ауырыуҙар йәһәтенән дә өҙлөгөүҙәр булыуы ихтимал.

Зарарланған осраҡта нимә эшләргә?

Киҙеүҙең тәүге билдәләрен тойоу менән өйҙә ҡалығыҙ. «Минән башҡа офиста кем эшләй йәки уҡый» тигән батырлыҡтар яҡшыға килтермәйәсәк. Өйҙә ултырып, һеҙ үҙегеҙгә генә түгел, ә коллегаларығыҙға ла хөрмәт күрһәтәһегеҙ. Мөмкинлеккә ҡарап, ауырыуға айырым бүлмә һәм айырым һауыт-һаба бүлергә кәрәк.

Хәлегеҙ насарланһа, мотлаҡ дауаханаға мөрәжәғәт итегеҙ. Табиптар киҙеү ваҡытында үҙаллы дауаланыуҙы ҡәтғи тыя. Тик белгес кенә пациенттың йәшенә, хәленә тап килгән дауалау тәғәйенләй ала.
Ата-әсәләргә баланың хәленә иғтибарлы булырға кәрәк. Әгәр ул хәлһеҙ булһа, тымау һәм йүткереү күҙәтелһә, балалар баҡсаһына алып бармағыҙ. Хатта төнө буйы ултырып, яңы йыл костюмы әҙерләһәгеҙ ҙә, байрамда ҡатнашыуҙан баш тартығыҙ. Был уҡыусыларға ла ҡағыла. Грипп ваҡытында түшәк режимын һаҡлау мөһим, сөнки сирләгәндә йөрәк-ҡан тамырҙарына, иммун һәм организмдың башҡа системаларына көсөргәнеш арта.

Вакцинация ни өсөн мөһим?

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы раҫлауынса, грипҡа ҡаршы иң һөҙөмтәле сара – вакцинация. Белгестәр киҙеү вирусының ниндәй төрө нығыраҡ тараласағын алдан фаразлай һәм ошо төрҙән һөҙөмтәле һаҡлай алырлыҡ вакцина эшләй.

– Организмға вакцина индереү ауырыу тыуҙыра алмай. Ул һаҡланыу антиесемдәре эшләп сығарыу һөҙөмтәһендә иммун системаһын инфекция менән көрәшеү өсөн көйләй, – тип аңлата санитар та- биптар. – Грипҡа ҡаршы вакцинаның һөҙөмтәлелеге ҡабул итергә мөмкин булған бөтә специфик булмаған медицина препараттарынан – мәҫәлән, иммуномодуляторҙар, витаминдар, гомеопатик саралар, «халыҡ ме- дицинаһы» сараларынан юғарыраҡ.

Грипҡа ҡаршы прививка айырыуса хроник сирҙәрҙән яфаланған балаларға һәм ололарға тәҡдим ителә, сөнки уларҙа сирҙән өҙлөгөү хәүефе юғары. Шулай уҡ табиптарға, уҡытыусыларға, студенттарға, хеҙ- мәтләндереү һәм транспорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә вакцинация талап ителә.

Прививканың ауырыу тарала башлағанға тиклем ике-өс аҙна алдан эшләнеүе яҡшыраҡ (беҙҙә ғинуарҙа, февраль башында үҫеш фаразлана, прививка эшләтергә өлгөрәбеҙ әле). Грипҡа ҡаршы прививка яһатыуға ҡаршы иҫкәрмәләр аҙ. Уны киҫкен биҙгәк, хроник ауырыуҙар көсәйгәндә, организмда йомортҡа аҡһымына һиҙгерлек артҡан осорҙа (әгәр ул вакцина составына инһә) яһарға ярамай.

Автор:
Читайте нас