Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
27 Февраль , 16:25

Башҡортостандан бер төркөм табиптар Луганск Халыҡ Республикаһына командировкаға юлланды

Бөгөн, 27 февралдә, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин республикабыҙ табиптарының 20 сменаһын Луганск Халыҡ Республикаһына командировкаға оҙатты. Иртәгә кискеһен улар урынға барып етеп, эш урындарында элекке бригаданы алмаштырырға тейеш.

Башҡортостандан бер төркөм табиптар Луганск Халыҡ Республикаһына командировкаға юлланды
Башҡортостандан бер төркөм табиптар Луганск Халыҡ Республикаһына командировкаға юлланды

Табиптарҙың яңы төркөмөндә неврологтар, эндокринологтар, рентгенологтар, офтальмологтар, кардиологтар, ультратауыш диагностикаһы табиптары, шәфҡәт туташтары бар.

«Красный Луч ҡалаһының тыныс халҡы ошо белгестәрҙең ярҙамына мохтаж. Ә республика ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Шефлыҡҡа алынған территорияла эшләү осоронда табиптарыбыҙ 65 меңдән ашыу өлкән кешене һәм 59 мең баланы ҡабул итте, 96 меңдән ашыу тикшереү үткәрҙе»,  —тип яҙа Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-02-27/bash-ortostandan-ber-t-rk-m-tabiptar-lugansk-haly-respublika-yna-siratta-y-komandirovka-a-yullandy-3659636

 

Автор:
Читайте нас: