Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
19 Март , 19:00

Кемдәр «Ауыл табибы» программаһында ҡатнаша ала?

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәктәрҙән килгән тәҡдимдәр нигеҙендә «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары буйынса аҡса алырға хоҡуҡлы медицина хеҙмәткәрҙәре вазифаларының яңы исемлеген раҫланы.

Кемдәр «Ауыл табибы» программаһында ҡатнаша ала?
Кемдәр «Ауыл табибы» программаһында ҡатнаша ала?

Яңыртылған исемлектә аллерголог-иммунолог, балалар онколог-гематологы, табип-остеопат, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы, стоматолог-ортопед, торакаль хирург, физик һәм реабилитация медицинаһы табибы, эпидемиолог бар.

Табип амбулаторияларының, шулай уҡ дөйөм табип практикаһы (ғаилә медицинаһы) үҙәктәренең акушерҙары, шәфҡәт туташтары ла түләү алырға тейеш.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ауыл табибы» программаһы 2012 йылдан эшләй һәм ауылдарға, бәләкәй ҡалаларға күсеп ҡайтҡан табиптарға аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Әйткәндәй, улар дауаханала биш йыл эшләргә бурыслы.

Фельдшерҙар, акушерҙар һәм шәфҡәт туташтары өсөн «Ауыл фельдшеры» программаһы 2018 йылдан ғәмәлдә.

Программа сиктәрендә табиптарға - 1-2 миллион һум, урта медицина персоналына иһә 0,5-1 миллион һум матди ярҙам күрһәтелә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-03-19/meditsina-he-m-tk-r-ren-n-kemd-r-auyl-tabiby-programma-ynda-atnashyr-a-m-mkin-3692325

 

Автор:
Читайте нас: