«Башинформ» мәғлүмәт агентлығына билдәле булыуынса, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының яңы стандарттарына ярашлы, антибиотиктар ОРВИ-ҙы дауалау өсөн Рәсәй биләмәһендә теркәлгән дарыуҙар исемлегенән алып ташланған. Шуның менән бергә исемлек башҡа препараттар, мәҫәлән, кагоцел иҫәбенә киңәйтелгән.