“Үҙ һаулығыңа бер ҡасан да битараф булырға ярамай”
Организмыңда ниндәйҙер үҙ-гәрештәр барлыҡҡа килә икән, оҙаҡҡа һуҙмайынса, мотлаҡ дауаханаға барырға кәрәк. Диспансерлаштырыу үтеүҙе онотмайыҡ. Иртәгә табипҡа күренермен әле, тип тынысланып ҡуймағыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сабыйға ғүмер биреүселәрҙең һаулығын ҡайғыртыу – минең һөнәри бурысым. Әгәр ҙә миңә ҡаралырға килеүсе әсә, йәш ҡыҙ, оло йәштәге ҡатында башланып торған шеш, биҙҙәрҙе йә бөгөндән операция талап ителгән ниндәйҙер сирҙе күрмәй, тоймай ҡалам икән, башҡа белгестәрҙең дә уны һиҙмәй үткәреп ебәреүе ихтимал”, – ти үҙ эшенә бирелгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәү ҡарау кабинеты акушеры Нурия Әхәт ҡыҙы Яхина. Эйе, был өлкәлә 45 йыл тәжрибә туплаған юғары категориялы белгес кәңәше һәр гүзәл зат өсөн бик тә мөһим.
Уның кабинетына сират юҡ
Эйе, “Машзавод” поликлиникаһының ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәү ҡарау кабинеты акушерына үҙемә лә мөрәжәғәт итергә тура килде. Хафаларға күмелеп килеп ингән ерҙән, тәжрибәле белгес менән аралашҡандан һуң, күңелең тынысланып, тормош матурлығына һөйөнөп йәшәй башлайһың. Кабинеттағы таҙалыҡ, бөхтәлеккә лә йән ҡыуана. Күренергә килгән ҡатын-ҡыҙҙар йомоштарын шунда уҡ хәл итеп, йөҙҙәрендә нур уйнатып сығалар. Тилбер, алтын ҡуллы Нурияға ҡаралыу өсөн йылға буйы сират тормай. Кәрәкле дауа, тәғәйен кәңәш, йүнәлтмәләр бирә һалып, Нурия апай икенсе пациентын саҡыра. Тәүге күренеүҙән үк Нурия Әхәт ҡыҙының үҙ эшен яратып башҡарған табип икәнлеген аңланым. Әсәләрсә хәстәрлек менән хәл-торошоңдо һораша, күп йылдар дауамында тупланған тәжрибә, күҙәтеүҙәренән сығып, айырмайынса ҡиммәтле кәңәштәрен дә бирә. Уның медицина юлына алып килгән һуҡмаҡтарын барларға йөрьәт иттем.
Тәүҙә уҡытыусы булырға уйлай
Матур тәбиғәтле Ғафури районы Игенйылға ауылында Фәниә Ғарифулла ҡыҙы һәм Әхәт Абдулла улы Юнысовтарҙың татыу ғаиләһендә 1959 йылда дүртенсе бала булып донъяға тыуа ул. Күмәк балалы ғаиләлә хеҙмәт яратып үҫәләр. Атаһы төҙөлөштә, госстрахта эшләй. Әсәһе сөгөлдөр үҫтерә, төрлө колхоз эшен башҡара. Балалар ата-әсәһенең ышаныслы алмашсылары була: кемдер ат ҡолаҡтарын һыпырып, турап, ойотҡанға бутап ҡош-ҡорттарға ашата, кемдер көтөү ҡаршылай, икенсеһе һыйыр һауа, һыу ташый, утын яра... Нурия тәүҙә уҡытыусы булырға уйлай. Өләсәһенең бәләкәс сағында тештәре һыҙлағанда өшкөрөп икмәк ҡаптырыуҙарынан һуң ауыртыу-һыҙланыуҙары баҫылып, тынысланып йоҡлап китеүҙәре, баш ауыртыуына зарланып килгән ауылдаштарының мейеһен ултыртыуын, һөлөк ҡуйыуын күрә килә медицинаға һөйөүе уяна бара.
Тыуған мәктәбендә 8 класс тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ медицина училищеһының акушер бүлегенә имтихан тота. Һынауҙарҙы уңышлы тапшыра. Дүрт йыл тырышып һаулыҡ һаҡлау серҙәренә өйрәнә.
Үҙе хирург, үҙе акушер
Уҡыуҙы тамамлағандан һуң тәғә-йенләнгән ялын да файҙаланмай, Нурия Әхәт ҡыҙы Красноусолға ҡараған Йөҙимән фельдшер-акушер пунктында эш башлай. Өлгөр Нурия төн тип тормай, саҡырыуҙар буйынса өйҙәргә йөрөп тә дауалай, хирург сифатында тештәр ҙә һура, донъяға килгән сабыйҙарҙы ла ҡабул итә. Ошо яҡта ғүмерлек тормош юлдашын да осрата. Ҡара мыйыҡлы, оҙон кәүҙәле егет ҡыҙ күңелен яулау өсөн оҙаҡ ҡына йүгерә. Радик Ғәлимйән улы Яхин Нурияға тәҡдим яһай.
Тырыш ҡыҙҙы күреп ике йылдан һуң Красноусол үҙәк дауаханаһының бала табыу бүлексәһенә күсерәләр. Әммә бер көн йәш ғаилә ул саҡтағы үҙҙәре һымаҡ бик күп йәштәргә хас булғанса, ситтә лә бәхеттәрен һынап ҡарарға була һәм Силәбе өлкәһе Копейск ҡалаһына күсеп китә. Ире панель цехында формалаусыларҙың бригадиры булып эшкә урынлаша, үҙе Копейск гинекология бүлегенә акушер итеп тәғәйенләнә. Бында ла, эшһөйәрлегенә ҡарап, Нурияны яратып өлгөрәләр. Ҡала Советы депутатына кандидатураһы күрһәтелә. Халыҡ ышанысын аҡлай егәрле шәфҡәт туташы. Профком комитетында ла әүҙем эш алып бара. “Иң яҡшы акушер” һөнәри конкурстар еңеүсеһе булып таныла килә.
1994 йылда ғаилә Стәрлетамаҡҡа ҡайтып төпләнә. Шул ваҡыттан алып Нурия Әхәт ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙар ҡаралыу кабинеты акушеры. Үҙе хеҙмәтләндергән биҫтәлә йәшәүсе халыҡ унан бик ҡәнәғәт. Өмөт уттары кәмей төшкәндәр бында ышаныс ҡуҙы алып сыға. Тырыш хеҙмәте күпләп Стәрлетамаҡ һаулыҡ һаҡлау бүлеге, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы маҡтау грамоталары менән баһаланды. Бергә эшләгән коллективы ла Нурия Әхәт ҡыҙын ихтирам итә.
Төрлө яҡлап дан апай!
Яхиндар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Гүзәлдәре Стәрлетамаҡ ҡалаһында һалым инспекцияһында, Лилиәләре Өфөлә тикшереүҙәр бюроһы етәксеһе. Тормош иптәшен иртә юғалтһа ла, Нурия Әхәт ҡыҙы үҙендә бирешмәҫкә көс тапты. Ҡыҙҙарының туйҙарын уҙғарҙы. Бөгөнгө көндә Радигының төҫтәре итеп ҡабул иткән ике ейәне Солтан менән Артемды һәм Йәсминә исемле ейәнсәрен үҫтерешә.
Ваҡытында иҫкәртелгән сирҙән ҡотолоп, иҫән ҡалыуҙарына һөйөнгәндәр рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә тип, Нурия апай кабинеты ишектәрен йыш асып инә. Кеше ҡайғыһын үҙенекеләй күргән шәфҡәт туташы был еңеүҙәргә ихлас ҡыуана!
Эш сәғәттәре бөткәс, Нурия апай буш ваҡыттарында бәйләргә, сигергә, тегенергә ярата. Оҫта баҡсасы булып та танылды. Хуш еҫ бөркөп ултырған төрлө-төрлө сәскәләр күҙ ҡамаштыра. Матурлыҡты тойоп, бына шулай эргә-тирәһендә матурлыҡ тыуҙырып йәшәй ул беҙҙең Нурия! Әсәһен дә сабыйҙарҙай күреп тәрбиәләне, һуңғы көнөнәсә бергә йәшәнеләр. Ата йортона юлды әле лә һыуытмайҙар. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем шунда булалар. Еләк-емеш, йәшелсәләрҙән өҙөлмәйҙәр. Йәйге отпускынан һуң, көс-дәрт йыйып йәнә яратҡан эшенә тотона Нурия ханым. Стәрле ҡатын-ҡыҙҙары һаулығы һағында уяу тороусы Нурия Әхәт ҡыҙы булғанда, тормошобоҙ ҙа йәмле, нурлыраҡ! Барыбыҙ ҙа сәләмәт булайыҡ!
Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА.
Фото ғаилә архивынан алынды.