15 майҙа Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Илнур Таҡтаевтың Ляонин провинцияһының коммерция идаралығы начальнигы урынбаҫары Чжан Вэйдун менән осрашыуында хеҙмәттәшлек тураһында фекер алышыу булды. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Шулай уҡ осрашыуҙа яҡтар эшлекле мөнәсәбәттәрҙе нығытыу һәм хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Илнур Таҡтаев коллегаһына инвесторҙарға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ғәмәлдәге дәүләт ярҙам саралары һәм республикала тормошҡа ашырылған инвестиция сәйәсәте тураһында һөйләне. Чжан Вэйдун әфәнде ике яҡлы мөнәсәбәттәргә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе һәм хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәрен билдәләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың рәсми делегацияһы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса эш сәфәре менән Ҡытай Халыҡ Республикаһына юлланды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Ошо көндәрҙә Ляонин провинцияһының Шэньян ҡалаһында Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров Ҡытайҙың бизнес-берләшмәһен республиканың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте менән таныштырҙы.