Ашҡаҙар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
19 Июнь , 12:40

“БУШЛАЙ ДАУАЛАЙҘАРМЫ НИ УЛ?..” йәки Башҡортостан табиптарына ышаныс ҙур

Луганск Халыҡ Республикаһында Башҡортостандан барған табиптар бригадаһының 21-се сменаһы тамамланды. Красный Луч ҡалаһында эшләгән бер төркөм тар белгестәрҙән торған бригада Башҡортостанға ҡайтыр алдынан табиптар менән күрешеп һөйләшергә насип булды.

“БУШЛАЙ ДАУАЛАЙҘАРМЫ НИ УЛ?..” йәки Башҡортостан табиптарына ышаныс ҙур
“БУШЛАЙ ДАУАЛАЙҘАРМЫ НИ УЛ?..” йәки Башҡортостан табиптарына ышаныс ҙур

Табиптар араһында Илеш район дауаханаһынан йәш табип-оториноларинголог Ринат Ҡунысбаев та (һүрәттә һулдан беренсе) бар. Ринат Мәғәфүр улы бында инде икенсе тапҡыр.

– Заявка булғас, күп уйлап тормай бында юлландым. Кеше күп килә. Башҡортостан табиптарына ышаныс ҙур, урында тар белгестәр бөтөнләй юҡ тиерлек. Кешеләр күп килә, сирҙәр күп асыҡлана, – тип һөйләй яңы төбәктәге эше тураһында Ринат Мәғәфүр улы.
Улай ғына ла түгел, дауахана ҡаланы һәм унан ситтә урынлашҡан ҡалаларҙы, ауылдарҙы ла хеҙмәтләндерә. Ринат Ҡунысбаев – Күгәрсен районынан. Илеш районына “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә барған. Йәш белгесте урында торлаҡ менән дә тәьмин
иткәндәр.

– Ярҙам кәрәкһә, беҙ һәр ваҡыт әҙер. Беҙ табиптар, бөтә урында ла кешеләрҙең һаулығы тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ, – тип тә өҫтәй Ринат Мәғәфүр улы.
Табиптар һөйләүенсә, шәкәр диабеты, яман шеш һымаҡ сирҙәр менән дә йыш мөрәжәт итәләр икән. Күп осраҡта сир асыҡланыу мәленә тура килә, тик бына дауалау мәле һуңлап ҡуйған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Урындағы халыҡ белдереүенсә, ҡайһы тар белгестәрҙе улар әле 2016-2017 йылдан күргәндәре булмаған. Ә бушлай медицина полисы буйынса дауаланыу тураһында күптәре тәүге тапҡыр ишетә. Шуға республикабыҙ табиптары пациенттар өсөн тура мәғәнәлә ғүмерҙәрен ҡотҡарыусы булып тора!

Әле республика дауахананы ремонтлау, мәктәптәрҙе тәртипкә килтереү һәм башҡа урындағы инфраструктураны яҡшыртыу буйынса күп көс һала.

...Бөгөнгө көндә медицина ярҙамы күрһәтергә Красный Лучҡа инде 22-се смена барып урынлашты. Ҡайҙа булһа ла, кеше һаулығы – беренсе урында! Табиптарыбыҙ был хәҡиҡәтҡә ҡайҙа ла тоғро ҡала!..

Рәмил МАНСУРОВ.
Стәрлетамаҡ-Красный Луч-Стәрлетамаҡ.
Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас: