Шулай итеп, «Иң яҡшы акушер-гинеколог» номинацияһында беренсе урынды Республика перинаталь үҙәге табибы Динар Ғабдрахманов яуланы. Динар Рөстәм улы 12 йылда 6 меңдән ашыу баланы. Ул ҡатмарлы юғары технологик операциялар яһай, хәүеф төркөмөнә ҡараған пациенттар менән эшләй.
«Иң яҡшы табип-эксперт» номинацияһында Өфөнөң 21-се ҡала дауаханаһының патологоанатомия бүлеге мөдире Сергей Щекин еңде. Уның һаулыҡ һаҡлау системаһында эш стажы — 40 йыл.
Тағы ла өс белгес — Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының оториноларингология бүлеге мөдире Артур Мөғәллимов, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының кардиология бүлеге мөдире Марина Плотникова һәм профессор, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының табип-травматолог-ортопеды Рәсүл Яҡупов өс призер иҫәбенә инде.