Медицина учреждениеһының төп бурыстарының береһе - ҡорамалдарҙы яңыртыу һәм яңыһын һатып алыу. Күптән түгел беҙҙең яңы цифрлы маммография килеп сыҡты, ә хәҙер флюорография үткәреү өсөн аппарат эшләй башланы. – тине Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров.
Даими тикшереү пневмонияны һәм туберкулезды ғына түгел, башҡа патологик шештәрҙе лә ваҡытында асыҡлап була. Яңы техника ярҙамында бер юлы цифрлы форматта аныҡ, теүәл һүрәт барлыҡҡа килә, шулай уҡ кәрәк булғанда уны һаҡларға һәм архивларға мөмкин.
Әйткәндәй, был корпуста флюорография кабинеты пандемия осоронда техник етешһеҙлек арҡаһында эшләүҙән туҡтай.
Табибы-терапевттан рөхсәт алым, тикшереү үтергә мөмкин