

Тырыш ҡыҙ ауыл мәктәбендә 6 класты тамамлағас, артабан белемен Красноу-сол башҡорт гимназия-интернатында дауам итә. Балалар шәфҡәт туташы булып эшләгән әсәһенең һөнәрен ҡыҙ бала сағынан уҡ оҡшата килә. Мотлаҡ медицина юлынан китәсәген Гөлназ алдан билдәләп тә ҡуя.
Ҡулына аттестат алғас, Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия бүлегенә уҡырға инә. Һәр семинар дәрескә ентекле әҙерләнә, әсәһе тәжрибәһен дә өйрәнә. Алтынсы курсты бөткәс авиация институты студенты Айрат Фәрүәз улы менән ғаилә ҡоралар. Өфөлә бер йыл интернатура үткәндән һуң, Гөлназ Стәрлетамаҡ ҡалаһына эшкә килә. Йәш белгесте неврология бүлегенә тәғәйенләйҙәр. Ул һәм ҡыҙға әсәй булған Гөлназ ханым бөгөнгө көндә мейе ҡаны әйләнеше боҙолоу буйынса неврология бүлегендә көндө-төнгә ялғап, сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн көрәшә.
– Ваҡытында диагнозды дөрөҫ ҡуйып, дөрөҫ дауа билдәләү һауығыуҙы тиҙләтә. Күҙеңә төбәп ярҙам көтөп ятҡандар алдында ҙур яуаплылыҡ тоям. Саҡ ҡына ла хаталанырға ярамай. Һинең белемең кеше ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға тейеш. Сирлеләрҙе һүҙ менән дә дәртәндереп торорға кәрәк. Пациенттарымдың төҙәлеүгә ыңғайлағанын һиҙһәм, балаларҙай ҡыуанам, – ти илгәҙәк әңгәмәсем.
Бүлек етәксеһе Валерий Николаевич Мурыжников та хеҙмәттәше эшенән ҡәнәғәт. Гөлназ Айваз ҡыҙы ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа үҙ көсөн аямай көрәшеүсе неврология бүлеге хеҙмәткәрҙәре: табип-неврологтар Елена Ильинична Иванова, Регина Ринат ҡыҙы Йосопова, өлкән шәфҡәт туташы Регина Исаҡ ҡыҙы Степанова, логопед Римма Альберт ҡыҙы Мостафина, инструктор Гүзәл Мансур ҡыҙы Хәмиҙуллина, дауалау физкультураһы буйынса методист Неля Ғилфан ҡыҙы Ивановалар менән һоҡланыуын белдерҙе. Йәш белгес шәфҡәт туташтары Лира Әбделхәт ҡыҙы, Розалия Мәхмүт ҡыҙы, Лилиә Фәнил ҡыҙы, Эльза Наил ҡыҙы, Рәмилә Ишбулды ҡыҙы, Александра Евгеньев-на, Алина Рәмил ҡыҙының үҙ эштәренә яуаплы ҡарауҙары, ваҡыт менән иҫәпләшмәүҙәре хаҡында билдәләп үтте.
Эйе, уртаҡ маҡсатта янған берҙәм коллектив заманса дауалау ысулдарын үҙ тәжрибәләренә ҡыйыу индерә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә инсульт арҡаһында аяҡтан яҙғандарҙы дауахана тупһаһы аша үҙаллы аша атлап сыға алырлыҡ итеп сафҡа баҫтыра.
Беҙ ҙә Гөлназ Айваз ҡыҙы Фәйзуллинаның дауаһын ҡабул иттек. “Ашығыс ярҙам” машинаһынан сығыу менән аҡ халатлыларҙың квалификациялы ярҙамын тойҙоҡ. Кабинеттан-кабинетҡа йүгереп йөрөп ҡабул иттеләр, шунда уҡ томография ла үткәрҙеләр. Гөлназ Фәйзуллинаның дежурствоһы ине. Тиҙ-тиҙ генә биргән һорауҙарына яуап биреп тә өлгөрҙөк, диагноз да билдәле булды. Табанынан ут сәсрәтеп, хафаланып йүгереп йөрөүсе йәш доктор күңелдә өмөт осҡондарын гөлтләтеп ебәрҙе.
Реанимация табип-неврологы Регина Ринат ҡыҙының бер аҙ ултырып торорға ла ваҡыты юҡ. Ике аҙна дауалау курсы үттек. 6-сы ҡаттағы неврология бүлегенең хеҙмәткәрҙәре үҙ һөнәренә тоғролар. Укол һалған арала ла кәрәкле кәңәштәрен бирәләр, палатала ятыусыларҙы күҙ уңдарынан һис кенә лә ысҡындырмайҙар. Өлкән шәфҡәт туташы Регина Исаҡ ҡыҙы коридор аша уҙып барғанда ла һәр береһенең хәлен һорашырға өлгөрә.
Логопед Римма Альберт ҡыҙы сабый теле асҡан кеүек, инсульт кисереүселәрҙе яңынан һөйләшергә өйрәтә, донъяны яңынан таныттыра, фекерләү ҡеүәһен арттыра. Биргән һорауҙарына тейешле яуап ишетеп, ихлас һөйөнә. Күнекмә мәлендә пациенттары бер-береһенең һорауҙарына кем уҙарҙан яуап бирә башламаһындармы! Математик иҫәпләүҙәр барышы ла көсөргәнешле үтә. Практиканттарын палатаға эйәртеп килеп ингән инструктор Гүзәл Мансур ҡыҙы массаж эшләү барышын уяу күҙәтә. Сирленең хәленә ҡарап, массаж төрҙәрен ҡатмарлаштыра йә ябайлаштыра. Дауа физик культураһы методисы Неля Ғилфан ҡыҙы сирлеләрҙең ҡан баҫымын үлсәп, тейешле кимәлгә көйләп ултыртып ала.
Бына шулай, иртә менән ҡырмыҫҡа иләүе гөжләгәндәй, һаулыҡ өсөн көсөргәнешле эш алып барыла. Туҡланыу ҙа сифатлы ойошторолған. Аҡ халатлылар һинең өсөн тырыша, үҙең яғынан да уларға булышлыҡ күрһәтеү яман сирҙән тиҙерәк ҡотолдортор.
Мәҡәләм һуңында гәзит уҡыусыларға ла Гөлназ Айваз ҡыҙының тәҡдимдәрен еткергем килә: “Инсульт хәленә ҡалмаҫ элек һаулығығыҙҙы ҡайғыртығыҙ. Үҙегеҙҙе ҡарағыҙ, дөрөҫ туҡланып, саф һауала йөрөгөҙ, физик күнекмәләр эшләгеҙ. Насар ғәҙәттәрҙән (алкоголле эсемлектәр ҡулланыу, тәмәке тартыу) йәһәтерәк арынырға тырышығыҙ. Ҡан баҫымығыҙҙы даими күҙәтеп тороғоҙ, ҡан тамырҙары торошона иғтибар итегеҙ, тәғәйенләнгән дауаны алығыҙ”. Һаулыҡ ҡәҙерен беләйек, аҡ халатлылар хәлен аңлап торайыҡ.
Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА.
Автор фотоһы.