Ашҡаҙар
-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
23 Ғинуар , 12:36

Гонконг киҙеүе: Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы нисек һаҡларға?

Башҡортостанда, тотош илдәге кеүек үк, респиратор инфекциялар, шул иҫәптән киҙеү менән сирләү осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Һуңғы айҙа төбәктә 500-ҙән ашыу осраҡ теркәлгән, шуның өстән бер өлөшө Өфөгә тура килгән.

Гонконг киҙеүе: Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы нисек һаҡларға?
Гонконг киҙеүе: Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы нисек һаҡларға?

Быйыл «Гонконг киҙеүе» тип аталған A (H3N2) вирусы йышыраҡ осрай. Респуб­лика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһы- ның баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов ошо штамм тураһында һорауҙарға яуап бирҙе һәм сир йоҡтороу хәүефен нисек кәметергә, дөрөҫ дауаланырға, өҙлөгөүҙәрҙе булдырмаҫҡа кәрәклеге хаҡында һөйләне.

– Азат Мөнир улы, яңылыҡтарҙа һәм әңгәмәләрҙә «Гонконг киҙеүе» йыш телгә алына башланы. Нимә ул – айырым сирме, әллә миҙгел киҙеүенең бер төрөмө?

– Ул – А тибындағы грипп вирусының бер төрө, уны тәүге тапҡыр 1968 йылда Гонконгта идентификациялайҙар. Шуға күрә «Гонконг киҙеүе» А тибындағы гриптың башҡа штамдарына ҡарағанда «яңы» йәки айырыуса хәүефле түгел, ләкин ул киҫкен рәүештә башланыуы, юғары температура һәм организмды ныҡ хәлһеҙләндереүе менән айырылып тора.

– Был штамм кемдәр өсөн хәүефлерәк?

– Балалар, ололар, йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм хроник сирҙәрҙән яфаланғандар, йәғни иммунитеты ныҡлы булмаған йәки төрлө сәбәптәр буйынса ҡаҡшаған кешеләр хәүеф төркөмөнә инә. Уларҙың киҙеү менән сирләүе ысынлап та ауыр үтеүе ихтимал, тик был штамға бер нисек тә бәйле түгел.

– Киҙеү йоҡторғандан һуң күпме ваҡыт үткәс, кеше башҡалар өсөн хәүефле сир сығанағына әйләнә?

– Тәүге билдәләр барлыҡҡа килгәнгә тиклем бер тәүлек алдан кеше вирустарҙы тирә-яҡ мөхиткә бүлеп сығара башлай, йәғни тирә-йүндәгеләр өсөн йоғошло сығанаҡҡа әүерелә. Был осор, сир башланғандан алып, уртаса биш-ете көн дауам итә. Грипп ауыр үткәрелгәндә, хәүефле осор ике-өс аҙнаға тиклем, йәғни тулыһынса һауыҡҡанға тиклем арта.

– Киҙеүҙе һалҡын тейеүҙән айырған, уның башланыуын аңларға ярҙам иткән өс төп билдәне атап үтегеҙ әле.

– Сирҙең ҡапыл башланыуы (симптомдар бик тиҙ, ике-өс сәғәт эсендә беленә), юғары температура (38,5-400С), интоксикация (тән һыҙлау, баш ауыртыу, киҫкен хәлһеҙлек).

Ғөмүмән, халыҡ йыш ҡына температуралы киҫкен респиратор вирус инфекцияһын грипп тип атай. Ләкин медицина күҙлегенән был ҡараш дөрөҫ түгел һәм хәүефле булыуы ихтимал. Диагностика ике төп этаптан тора. Тәжрибәле табип киҙеүҙе клиник картина буйынса фаразлай: киҫкен башланыуы, юғары температура, баш ауыртыу, тымау, йүткереү. Ләкин симптомдар нигеҙендә генә һуңғы диагнозды ҡуйырға ярамай. ПЦР-диагностика «алтын стандарт» булып һанала. Ул грипп вирусын ғына түгел, уның тибын да (А йәки В) 100 процентҡа тиерлек аныҡ билдәләй. Шулай уҡ экспресс-тестар ҙа бар, уларҙы дарыуханала һатып алырға йәки поликлиникала эшләтергә мөмкин, әммә улар сир башланған тәүге көндәрҙә генә һөҙөмтәле.

– Киҙеүҙе дауалау йәһәтенән кәңәштәр ҙә биреп үтегеҙ.

– Тыныслыҡ, түшәк режимы, күпләп шыйыҡлыҡ эсеү, сифатлы туҡланыу һәм сирленең хәлен еңеләйтеүгә йүнәлтелгән симптоматик препараттар терапияның нигеҙе булып ҡала. Симптоматик дауалау температураны түбәнәйтергә һәм баш ауыртыуын кәметергә ярҙам иткән сараларҙы үҙ эсенә ала.

Киҙеү ауыр үткәндә, бигерәк тә тын алыу ҡыйынлашыу, хәлһеҙлек, аң буталыу йәки өҙлөгөү билдәләре беленеү менән дауаханаға ятырға кәрәк. Стационар шарттарында инфузион терапия (тамсылар), кислород ярҙамы, бактериаль инфекция ҡушылғанда – антибиотиктар тәғәйенләү, айырыуса ауыр осраҡта үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырыу кеүек саралар ҡулланылыуы мөмкин.

– Киҙеү арҡаһында ниндәй хәүефле өҙлөгөүҙәр йышыраҡ осрай?

– Был – пневмония. Ул бөтә өҙлөгөүҙәрҙең 65 процентын тәшкил итә һәм, үкенескә ҡаршы, үлем менән тамамланған осраҡтар ҙа була. Барлыҡҡа килеү йышлығы буйынса икенсе урында – киҫкен бронхит (4,6-8% осраҡ), өсөнсөлә – тын алыу, ишетеү органдары (гайморит, отит) яғынан өҙлөгөүҙәр, улар 1,5-7,6% ауырыуҙарҙа осрай.

– Азат Мөнир улы, иң бәхәсле һорау: прививка. Ул ни дәрәжәлә һөҙөмтәле һәм уны эшләп өлгөрөп буламы?

– Прививка яһатыу – киҙеүҙе һәм уның өҙлөгөүҙәренең ауыр формаларын иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле алымы. Эйе, вирус үҙгәрә, ләкин Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы йыл һайын килә торған штамдарҙы фаразлай, вакциналар ҙа яңыртыла. Прививка эшләткән кеше ауырыһа ла, киҙеү еңел формала, пневмонияһыҙ йәки дауаханаға ятмайынса үтәсәк. Иммунитет ике аҙнанан бер айға тиклем ваҡытта формалаша. Әгәр төрлө сәбәптәр арҡаһында прививка яһатып өлгөрмәһәгеҙ, быны эпидемия миҙгелендә лә эшләргә мөмкин.

– Башҡаларға вирус йоҡтормаҫ өсөн сирле кеше нимә эшләргә тейеш?

– Битлек кейегеҙ, уны ике сәғәт һайын алмаштырығыҙ. Усығыҙға түгел, ә терһәгегеҙҙе бөгөп, шул урынға сөскөрөгөҙ. Ҡулығыҙҙы йышыраҡ йыуығыҙ. Фатирҙа һауаның дымлылығын күҙәтегеҙ – ҡоро һауа вирусҡа таралырға ярҙам итә.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: киҙеү – ул һалҡын тейеү түгел. Хатта еңел үткән гриптың билдәләрен иғтибарһыҙ ҡалдырырға, сирҙе «аяҡ өҫтө» үткәрергә ярамай.

Гонконг киҙеүе: Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы нисек һаҡларға?
Гонконг киҙеүе: Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы нисек һаҡларға?
Автор:
Читайте нас