Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
25 Март , 16:04

Башҡортостанда туберкулез менән сирләү осраҡтары кәмегән

Республикала бөтә статистика күрһәткестәре буйынса туберкулез менән ауырыуҙың тарихи минимумы теркәлә. 

Башҡортостанда туберкулез менән сирләү осраҡтары кәмегән
Башҡортостанда туберкулез менән сирләү осраҡтары кәмегән

Республика клиник фтизиопульмонология үҙәгенең баш табибы Шамил Булатов Республика менән идара итеү үҙәгендә биргән интервьюһында ошо хаҡта һөйләне.

Уның мәғлүмәттәре буйынса, өс йыл элек әүҙем сирлеләр 3,2 мең булһа, хәҙер иһә яҡынса 1,9 мең.

«2026 йылдың беренсе кварталында 7 пациенттың ғүмерен ҡотҡарып ҡалдыҡ. Дөйөм алғанда, хәҙер 100 мең кешегә ни бары өс үлем осрағы тура килә. Кешеләр туберкулез менән аҙыраҡ сирләй һәм йышыраҡ һауыға», — тине Булатов.

 

Сығанаҡ.

Автор:
Читайте нас