

1. Туберкулез диагнозы ҡуйһалар, оятҡа ҡалаһың
Мифтар – ул беҙҙең белемһеҙлек арҡаһында тыуған ҡурҡыуҙарыбыҙ. Иң ныҡ таралған уйҙырма: туберкулез менән тәртипһеҙ тормош алып барған кешеләр генә сирләй. Был улай түгел. Төрмәлә ултырған эскеселәр, наркомандар пациенттарҙың өстән бер өлөшөн генә тәшкил итә, ҡалғандары – ябай кешеләр: студенттар, уҡытыусылар, табиптар, эшҡыуарҙар. Туберкулез – ул инфекция, уны, социаль статусына ҡарамайынса, һәр кем йоҡтороуы ихтимал. Был ниндәйҙер оят хәл түгел. Иң мөһиме – сирҙе ваҡытында асыҡлау, яҡындарыңа сир йоҡтормаҫ өсөн ваҡытында дауалана башлау.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Ер шарында йәшәүсе һәр өсөнсө кеше туберкулез менән сирләй, йәғни барыбыҙҙа ла Кох таяҡсалары булыуы ихтимал, ләкин беҙҙә сирҙең билдәләре беленмәйәсәк. Әммә стресс, насар туҡланыу, иммунитет ҡаҡшау кеүек осраҡтарҙа бактериялар «уяна» һәм әүҙем формаға күсә. Туберкулез менән ауырыуҙың һәр осрағы буйынса эпидемиологик тикшереү үткәрәбеҙ, сир йоҡтороу сығанағын эҙләйбеҙ, әммә күп осраҡта нуленсе пациентты табып булмай, сөнки сирле кеше менән ҡасан бәйләнеш булыуы билдәһеҙ. Инфекция күп йылдар дауамында организмда ойоп ятыуы ихтимал, ә уны магазинда, вокзалда, транспортта, лекцияларҙа йоҡторорға мөмкин.
2. Туберкулезды тулыһынса дауалай алмайҙар, тимәк, киләсәктә уҡырға ла, эшкә лә алмаясаҡтар
Туберкулезды уңышлы дауалайҙар! Диагноз ни тиклем иртәрәк ҡуйылып, дауалау үҙ мәлендә башланһа, ауырыу тураһында шул тиклем тиҙерәк оноторға мөмкин. Дауалау ваҡыты 6 – 24 ай тәшкил итә. Тәүҙә табип комиссияһы диагнозды раҫлай, сирле ике ай стационарҙа, һуңынан көндөҙгө стационарҙа була, артабан шифаханала һәм өйҙә дауалана. Ул ҡәҙимге тормошҡа ҡайта, бер кем дә эшенән йәки уҡыуынан мәхрүм итә алмай. Беҙ өс йыл дауамында уны күҙәтеү аҫтында тотабыҙ, һуңынан, рецидив булмаһа, иҫәптән алабыҙ.
Төп дауалау – туберкулезға ҡаршы химия терапияһы, бер нисә препарат ҡабул итеү. Улар микобактерияларҙың тибына ҡарап төрлөсә билдәләнә. Дауалау алдынан бактерияны 100 процентлы идентификациялау үткәрелә, был терапияны айырыуса һөҙөмтәле итә. Хәҙер, мәҫәлән, Пекин штамы таралған, шулай уҡ Урал, Америка һәм башҡа штамдар бар. Беҙ ҡуҙғытыусыны асыҡлайбыҙ, антибиотиктарға һиҙгерлекте билдәләйбеҙ һәм ошо һөҙөмтәләргә таянып, терапия тәғәйенләйбеҙ.
Дәүләткә бер пациентты дауалау уртаса ике миллион һумға төшә. Сирлеләр дауаланыу, шифаханаларға юллама менән бушлай тәьмин ителә.
Иммунитет яҡшы булған һәм химия терапияһы дөрөҫ тәғәйенләнгән осраҡта 100 процентлыҡ дауалау һөҙөмтәлелегенә өлгәшергә мөмкин. Пациенттың ярты юлда туҡтамауы мөһим. Дауалау – оҙайлы процесс, шуға күрә яуаплылыҡ һәм тәртип кәрәк. Даимилыҡ булмаһа, туберкулездың дарыуҙарға бирешмәүе ихтимал, был осраҡта уны дауалау күпкә ҡатмарлыраҡ һәм оҙағыраҡ буласаҡ.
3. Халыҡ дауалау саралары дарыуҙарҙан кәм түгел
Ваҡытығыҙҙы әрәм итмәгеҙ! Бурһыҡ майы ла, эс майы ла ярҙам итмәйәсәк. Беҙҙә тәмәкенән сыҡҡан эҫе төтөндөң туберкулез таяҡсаларын үлтереүенә ышанған пациенттар бар. Киреһенсә, никотин лайлалы тын юлын зарарлай, шул рәүешле инфекция өсөн юлдар асыла.
4. Флюорография – тикшеренеүҙең иҫкергән ысулы
Эйе, иҫке, әммә әле булһа диагностиканың һөҙөмтәле алымы, ул ауырыуҙы иртә этаптарҙа асыҡларға мөмкинлек бирә. Шуға күрә даими рәүештә – кәмендә ике йылға бер тапҡыр флюорография үтегеҙ. Уны йәшәгән урын буйынса поликлиникала эшләйҙәр. Әгәр хәүеф төркөмөндә торһағыҙ (үпкәнең хроник ауырыуҙары, диабет, онкология), флюорографияны йыл һайын эшләргә кәрәк. Хәүефте асыҡларға диспансерлаштырыу ярҙам итә.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Туберкулез – донъялағы иң хәүефле сирҙәрҙең береһе. Йыл һайын унан 1 миллиондан ашыу кеше вафат була, был масштабты бер миллионлы ҡаланың юҡҡа сығыуы менән сағыштырырға мөмкин. Микобактериялар йәки Кох таяҡсалары инфекция тыуҙыра. Йыш ҡына ауырыу үпкәне зарарлай, ләкин башҡа ағзалар туберкулезы ла була. Сир башлыса ауырыу кеше йүткергәндә бүленеп сыҡ- ҡан туберкулез ҡуҙғытыусылары арҡаһында йоға. Бәхеткә күрә, таяҡса һауала оҙаҡ йәшәмәй, берәй ергә һеңеү менән хәүефһеҙгә әйләнә.
Туберкулездың симптомдары
Ике аҙнанан ашыу дауам иткән йүтәл
Ныҡ арыу
Ауырлыҡ юғалтыу
Төндә тирләү
Ваҡыты-ваҡыты менән температура күтәрелеүе
Белеп ҡуйығыҙ
«Дәүләт хеҙмәттәре» аша фтизиатрға саҡырыу килһә, нимә эшләргә?
Яҙманы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, ул яңылыш ебәрелгән хәбәр түгел! Башҡортостанда «Беҙ һеҙҙең сәлә- мәтлегегеҙ тураһында хәстәрлек күрәбеҙ» акцияһы бара, уның бурысы – туберкулезды иртә осорҙа асыҡлау. Мәҫәлән, күп ҡатлы йортта бер кеше ауырыһа, бөтә йортто, хатта ҡайһы берҙә биҫтәне тикшерергә кәрәк. Фтизиатрҙар инфекция сығанағына барып ҡына ҡалмай, дистанциялы алымда ла эш алып бара: бәйләнеш даирәһен билдәләй, йәғни күршеләр, туғандар, хеҙмәттәштәрҙе лә тикшерә. Округтағы бөтә ке- шеләрҙең тикшереү һөҙөмтәләрен (улар электрон рәүештә һаҡлана) өйрәнәләр һәм хәүефте асыҡлайҙар. Әгәр кеше хәлһеҙлеккә, йүтәлгә зарланһа, күптән флюорография үтмәһә, табип уны ҡабул итеүгә яҙа. Бының бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ. Иң яҡшыһы – ваҡытында тикшеренеү үтегеҙ һәм, әгәр сир йоҡтороу осрағы асыҡланһа, мәлендә дауалана башлағыҙ.