Ашҡаҙар
+2 °С
Ясно
Сәләмәтлек
10 Июня , 09:59

Байрам көндәрендә поликлиникалар нисек эшләй

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш графигын хәбәр итте.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрам көндәрендә поликлиникалар нисек эшләйБайрам көндәрендә поликлиникалар нисек эшләй
Байрам көндәрендә поликлиникалар нисек эшләй

Йома, 12 июндә, һәм шәмбе, 13 июндә, поликлиникалар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләй, табип саҡыртыу көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем ҡабул ителә. 14 июнь – ял көнө.

2026 йылдың 12 һәм 13 июнендә профилактик медицина тикшереүҙәре һәм диспансеризация үткәрелә.

Ә ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары 12 һәм 13 июндә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләй. Ошо уҡ көндәрҙә йөклө ҡатын-ҡыҙҙар яралғыны антенаталь һаҡлау кабинеттарында УЗИ скрининг үтә ала.

Яңы тыуған сабыйҙарға неонаталь һәм киңәйтелгән неонаталь скрининг өсөн биоматериал 12 һәм 13 июндә иртәнге 8-ҙән киске 5-кә тиклем Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41-се йорт адресы буйынса ҡабул ителә.

Өфө һәм Стәрлетамаҡ стоматология поликлиникаларының эш графигын һылтанма буйынса табырға мөмкин, дарыуханаларҙың эш графигы ошо һылтанмала.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас