Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
20 Сентябрь 2022, 22:40

Башҡортостан ерендә төп маҡсатыбыҙ – яңы үҫеш нөктәһен табыу һәм билдәләү

20 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко менән “Транспорт һәм төҙөлөш” Беренсе Халыҡ-ара конгресы хеҙмәттәшлек буйынса ҙур кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәлә министрлыҡтар, ведомостволар һәм сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан ерендә төп маҡсатыбыҙ – яңы үҫеш нөктәһен табыу һәм билдәләү
Башҡортостан ерендә төп маҡсатыбыҙ – яңы үҫеш нөктәһен табыу һәм билдәләү

Радий Хәбиров ике-ара хеҙмәттәшлектең юғары кимәлен һыҙыҡ өҫтөнә алып:

– Хөрмәтле Роман Александрович, беҙҙең саҡырыуҙы ҡабул итеп, Башҡортостанға килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, беҙҙең Минсктағы осрашыуҙан һуң бер йылдан кәмерәк үтте, ошо ваҡыт арауығында беҙ 2024 йылға тиклем пландар сағылған юл картаһы төҙөнөк. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса ике тауар әйләнеше 300 миллион доллар булды. Шул уҡ ваҡытта Белорусия Президенты Александр Григорьевич Лукашенко был күрәткестәрҙе 1 миллиард долларға еткереү хаҡында һүҙ алып бара, - тине. Артабан Радий Фәрит улы хеҙмәттәшлектең конкрет миҫалдарын да атап үтте. Радий Хәбиров белдереүенсә, хеҙмәттәшлек нигеҙендә республикала бойҙайҙы эшкәртеү буйынса ҡоролма әҙерләүсе завод төҙөлә – был “Амкодор” проекты. Бынан тыш “МАЗ” сығарған шасси һәм махсус техниканы үҙебеҙҙә лә етештерә башлау мәсьәләһе лә тора. Белорусь Республикаһының ауыл хужалығы техникаһы менән дә ҡыҙыҡһынабыҙ. Был йәһәттән Минск трактор заводы, «Гомсельмаш», «Запагромаш» компаниялары менән хеҙмәттәшлек миҫал булып тора. Шул уҡ ваҡытта санкциялар шауҡымында беҙҙә станоктарға ла ихтыяж бар.

Роман Головченко үҙ сиратында саҡырыу өсөн рәхмәт белдерҙе һәм сараның эшлеклелеге буйынса фекер еткерҙе:

– Башҡорт ерендә төп маҡсатыбыҙ – яңы үҫеш нөктәһен табыу һәм билдәләү. Шуның өсөн делегацияға Белорусияның алдынғы сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре инде, улар Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итә. Был Рәсәй һәм Белорусь Республикаһы санкция баҫымы аҫтында ҡалған мәлдә бик мөһим күренеш булып тора. Иң мөһиме: хеҙмәттәшлек дауам итә, иртәгә Амкодор” акционерҙар йәмғиәте заводын төҙөүгә старт биреү, “Минск автомобиль заводы” акционерҙар йәмғиәтенең дилерлыҡ үҙәген асыу планлаштырҙыҡ, - тип белдерҙе ул.

Башҡортостан ерендә төп маҡсатыбыҙ – яңы үҫеш нөктәһен табыу һәм билдәләү
Башҡортостан ерендә төп маҡсатыбыҙ – яңы үҫеш нөктәһен табыу һәм билдәләү
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: