Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
9 Февраль , 13:05

Башҡортостан һәм Беларусь мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығыта

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһының Белоруссияға эш сәфәре дауам итә.

Башҡортостан һәм Беларусь мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығыта
Башҡортостан һәм Беларусь мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығыта

Осрашыу барышында Беларусь дәүләт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы филармония һәм Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы менән мәҙәниәт өлкәһендә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу тураһында килешеүгә өлгәшелде. Уртаҡ белем биреү проекттары Өфө сәнғәт училищеһы һәм Минск дәүләт сәнғәт колледжы араһында төҙөлгән хеҙмәттәшлек килешеүе нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Рәсәй һәм Беларусь өсөн уртаҡ тарихыт һаҡлау буйынса эшмәкәрлек күҙ уңында тотола. Беларусты немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 80 йыллығы уңайынан Белоруссиянан Башҡортостанға эвакуацияланғандарҙың тарихын йыйыу буйынса акция башлана. Был акция 2025 йылға тиклем бара.

Бынан тыш, 9 һәм 10 февралдә Минскиға рәсми сәфәр көндәрендә «Ҡунаҡсыл Башҡортостан» фестивале ойошторола.

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2024-02-09/bash-ortostan-m-belarus-m-ni-t-lk-end-he-m-tt-shlekte-ny-yta-3636984

 

Автор:
Читайте нас: