«Амкодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе —холдингтың идара итеүсе компанияһы рәйесе Александр Шакутин бының иң заманса завод буласағы хаҡында һөйләне. Унда 25 төрҙән ашыу продукция етештереү планлаштырыла. Яңы производство «Алға» махсус иҡтисади зонаһында урынлашасаҡ. Проектҡа инвестициялар күләме 7,9 миллиард һумға баһалана, өҫтәүенә 5,4 миллиард һумға ҡорамалдар һатып алыу күҙаллана. Яңы завод йылына 1 меңгә тиклем төрлө техника, шул иҫәптән сылбырлы тәгәрмәсле һәм тәгәрмәсле экскаваторҙар, сылбырлы бульдозерҙар, автогрейдерҙар сығарасаҡ. Предприятиела 1 мең самаһы кеше эшләйәсәк.
Радий Хәбиров Башҡортостанда яңы заводтың быйыл уҡ төҙөлөрөнә ышаныс белдерҙе.
«Беҙ «Амкодор»ҙың берпредприятиеһын астыҡ, унда ашлыҡ киптергестәр етештерелә. Хәҙер артабанғы, ҡатмарлыраҡ проект өҫтөндә эшләйбеҙ. Был машиналар эшләү өлкәһендә һиҙелерлек үҫеш буласаҡ. Беҙ бер ҡасан да бындай ҡатмарлы изделиелар етештермәнек. Был — беҙҙең өсөн мөһим ваҡиға», — тине Радий Хәбиров.
Белешмә
«Амкодор» холдингы — Белоруссияла һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә махсус техника етештереү буйынса төп предприятиеларҙың береһе. 28 юридик берәмекте берләштерә, Мәскәүҙә вәкиллеге һәм Рәсәйҙә заводтары бар.