Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Рифат Шәйхетдинов «Урал Аръяғы-2024» инвестиция һабантуйының әһәмиәтен билдәләп үтте

Рифат Шәйхетдинов «Урал Аръяғы-2024» инвестиция һабантуйының әһәмиәтен билдәләп үтте
Рифат Шәйхетдинов «Урал Аръяғы-2024» инвестиция һабантуйының әһәмиәтен билдәләп үтте

Халыҡ-ара проекттар форматында инвестициялар һәм иҡтисади хеҙмәттәшлек өлкәһендә үткән «Урал Аръяғы» инвестиция һабантуйы Башҡортостан Республикаһының инфраструктура үҫеше өсөн мөһим сараларҙың береһе тигән абруй яуланы ла инде. Был хаҡта Рәсәй Дәүләт думаһының транспорт һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рифат Шәйхетдинов белдерҙе.

24-26 майҙа Башҡортостандың Сибай ҡалаһында үтәсәк инвестиция һабантуйы эшлекле фекер алышыуҙар һәм халыҡ-ара тәжрибә уртаҡлашыу өсөн платформа булып тора, тип билдәләне ул. Йыл һайын сарала төрлө илдәрҙән, шул иҫәптән Ҡытай, Иран, Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Төркиә, Һиндостан һәм Италиянан делегациялар килеүе көтөлә.

- Ҡәҙерле дуҫтар, Һеҙҙе Сибай ҡалаһына, Урал Аръяғына, Башҡортостан Республикаһына инвестиция һабантуйына саҡырабыҙ. Инвестиция һабантуйы бик күп осрашыуҙар, сит ил ҡунаҡтары, матур республикабыҙҙың ҡунаҡсыллығы, форумда төҙөлгән килешеүҙәр менән билдәләнә. Быйылғы инвестиция һабантуйы ла уңышлы булыр тип ышанам, — тине Дәүләт думаһының транспорт һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рифат Шәйхетдинов.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: