Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
10 Февраль 2025, 16:14

Ҡала предприятиелары әүҙем эшләй

Әле лә оборона сәнәғәте өсөн эшләгән предприятиелар һиҙелерлек үҫеш күрһәтә...

Ҡала предприятиелары әүҙем эшләй
Ҡала предприятиелары әүҙем эшләй

Стәрлетамаҡ өсөн сәнәғәт өлкәһе алдынғыһы булып ҡала, һәм ҡала өсөн уның үҫешенең әһәмиәте асыҡтан-асыҡ күренеп тора. Уҙған аҙнала предприятиеларҙың Директорҙар советы форматында ҡаланың сәнәғәт блогының 2024 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.

Уҙған йыл беҙҙең сәнәғәт предприятиелары төп күрһәткестәрҙең береһен - тейәп оҙатылған продукция, башҡарылған эштәр һәм үҙебеҙҙә етештерелгән хеҙмәттәр күләмен 12 проценттан ашыуға арттырҙы. Ул 153,7 миллиард һум тәшкил итте. Предприятие хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артты. Шул уҡ ваҡытта предприятиеларҙың табышының 27,9 процентҡа кәмеүен күрәбеҙ.

Әле лә оборона сәнәғәте өсөн эшләгән предприятиелар һиҙелерлек үҫеш күрһәтә. Был - «Авангард», «Красный пролетарий», «Станоктар төҙөү заводы» йәмғиәттәре. Производстволарҙың күбеһе импортты алмаштырыу өсөн эшләй. Мәҫәлән, «Инмаш концерны» йәмғиәте, уның нигеҙендә 7 февраль көндө ошо эшлекле осрашыу үтте лә инде.

Килемдәре кәмеүгә ҡарамаҫтан, предприятиеларыбыҙ производстволарын тулыһынса модернизациялауға индерелгән һәм күп кенә ҡала проекттарына булышлыҡ итә, ҡалаға гуманитар ылау әҙерләргә ярҙам итә һәм үҙенең социаль яуаплылығын һаҡлап ҡала.

Фото Э.Шәймәрҙәновтың “Бәйләнештә” селтәренән.

Ҡала предприятиелары әүҙем эшләй
Ҡала предприятиелары әүҙем эшләй
Автор: Альфия Мансурова
Читайте нас