Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
11 Ғинуар 2023, 11:37

Өфөлә башҡорт әкиәттәре аудиокитабын тауышлы итеү өсөн кастинг үткәрелә

Башҡорт әкиәттәре һәм легендалары аудиокитап итеп сығарыла. Уларҙы тауышлы итеү өсөн балалар һәм үҫмерҙәр кәрәк, тип хәбәр итә Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Өфөлә башҡорт әкиәттәре аудиокитабын тауышлы итеү өсөн кастинг үткәрелә
Өфөлә башҡорт әкиәттәре аудиокитабын тауышлы итеү өсөн кастинг үткәрелә

10 ғинуарҙа проектта ҡатнашыу өсөн кастинг үткәрелә. Бөтәһе 15 бала һәм үҫмер һайлап алына. Балаларҙы өс ай буйына төрлө дисциплиналар: сәхнә телмәре, актер оҫталығы, һынлы сәнғәт буйынса уҡыу, тауыш яҙҙырыу студияһында эш көтә.

Аудиокитаптарҙы һәм рәсемле методик ҡулланма комплекттарын Өфө һәм республика балалар баҡсаларының уҡытыу-тәрбиә биреү процесында файҙаланыу күҙаллана.

Кастинг үтеү өсөн 8 (917) 411-03-13 телефонына шылтыратып, яҙылырға кәрәк.

«Әкиәт терапияһы» проектын Өфө хакимиәте башлығы грантына «Таланттар планетаһы» һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе асыҡлау һәм танытыу үҙәге» ойошмаһы тормошҡа ашыра.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: