Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда төшөрөлгән фильмды ҡарарға онотмағыҙ

Былтыр Белорет районында Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһының “Рәсәй 1” телеканалы заказы буйынса “Бәхет тауҙар артында түгел” (“Счастье не за горами”) сериалын төшөргәйнеләр. Фильмдың жанры - детектив, экшн, драма.

Башҡортостанда төшөрөлгән фильмды ҡарарға онотмағыҙ
Башҡортостанда төшөрөлгән фильмды ҡарарға онотмағыҙ

Ижади төркөм Белорет районында 4 июндән 30 июлгә тиклем эшләне. Фильмды Кирәл тауы, Ҡолсоғаҙыташ, Абҙаҡ ҡаялары, шулай уҡ Учалы районының Уралтауҙағы ҡая лабораторияһы кеүек урындарҙа төшөрҙөләр.

Сюжет буйынса, “Вершина” туристик базаһында  Крупновтар ғаиләһенең ҡаяға үрмәләү буйынса ҙур ярыштар үткәреү урыны була. Спорт форумы ғаиләнең күп кенә финанс проблемаларын хәл итәсәк. Әммә Крупновтар оҙаҡ ваҡыт уңышлы йәшергән ғаилә сере асыҡлана һәм был ыҙалыҡ менән тупланған бөтә нәмәнең юҡҡа сығыу хәүефен тыуҙыра.

Фильм төшөрөлгән саҡта Белоретҡа Александр Самойленко, Евгений Сидихин, Александр Голубев, Зоя Бербер, Алена Коломина, Анна Котова-Дерябина, Анна Якунина, Дарья Повереннова, Валентин Смирнитский, Мария Ахметзянова, Игорь Огурцов, Роман Богданов һәм башҡа билдәле актерҙар килгән. Шулай уҡ Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Екатеринбургтан һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан 70-тән ашыу актер йәлеп ителгән.

“Бәхет тауҙар артында түгел” фильмын бөгөн 21.20 сәғәттә “Рәсәй 1”каналында күрһәтә башлаясаҡтар. Әйткәндәй, был фильмдағы ҡайһы бер күренештәрҙә урындағы халыҡ та төшкән. 

Ғөмүмән, Белорет районы - кино төшөрөүселәрҙең яратҡан урыны ул. Быйыл тағы ла бер сериал “Нуль нөктәһе” ("Точка ноль") фильмын төшөрҙөләр.

Фотолар Мария Хәкимованың vk.com төркөмөндәге сәхифәһенән алынды.

 

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-07-17/r-s-y-televidenie-y-bash-ortostanda-t-sh-r-lg-n-serialdy-k-r-t-3342988

 

Башҡортостанда төшөрөлгән фильмды ҡарарға онотмағыҙ
Башҡортостанда төшөрөлгән фильмды ҡарарға онотмағыҙ
Автор:
Читайте нас в