Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә төшөрөлгән «Төньяҡ Амурҙары» йәнһүрәте бөтә Рәсәй прокатына сыға

31 августан Өфөлә «Башҡортостан» һәм «Муха» студиялары төшөргән «Төньяҡ Амурҙары» йәнһүрәте киң экрандарға сыға, тип хәбәр итә баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Өфөлә төшөрөлгән «Төньяҡ Амурҙары» йәнһүрәте бөтә Рәсәй прокатына сыға
Өфөлә төшөрөлгән «Төньяҡ Амурҙары» йәнһүрәте бөтә Рәсәй прокатына сыға

Әйтергә кәрәк, тәүҙә йәнһүрәт республика кинотеатрҙары экрандарына сығасаҡ, ә октябрҙән бөтә ил буйынса күрһәтеләсәк. Был Башҡортостанда төшөрөлгән һәм бөтә Рәсәй прокатына сыҡҡан беренсе йәнһүрәт. Ул параллель рәүештә ике телдә — рус һәм башҡорт телендә буласаҡ.

 

https://bash.bashinform.ru/articles/social/2023-08-18/f-n-t-nya-amur-ary-y-n-r-te-b-t-r-s-y-prokatyna-sy-a-3393873

 

Автор:
Читайте нас в