Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
28 Август 2023, 13:10

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Төньяҡ амурҙары» фильмының презентацияһы уҙҙы

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Рәсәй киноһы көнө айҡанлы Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының «Муха» студияһы менән бергә төшөргән «Төньяҡ амурҙары» анимация фильмы күрһәтелде.

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Төньяҡ амурҙары» фильмының презентацияһы уҙҙы
Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Төньяҡ амурҙары» фильмының презентацияһы уҙҙы

Тамашасыларҙы фильмдың геройҙары фойела уҡ ҡаршы алды, һәр кем улар менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Фильм менән продюсерҙар Артур Абдрахманов, киностудия директоры Юнир Әминев һәм рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаев таныштырҙы. Йомағужа батыр, аҡыллы Ҡылысбай, солоҡсолар Ихсан менән Усман, йәш егет Ғәбит, яугир ҡыҙ Агдалияның батырлығы тураһында тарихтар тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.

«Төньяҡ амурҙары» тулы метражлы анимация фильмы 31 августан Башҡортостанда киң прокатҡа сыға, ә 12 октябрҙән уны тотош илдә күрһәтә башлайҙар. Фильм рус һәм башҡорт телдәрендә, шуға тамашасылар ике телдең береһен һайлап ҡарарға мөмкин.

Йәнһүрәттә 1788 йылғы рус-швед һәм 1812 йылғы Ватан һуғыштарында әүҙем ҡатнашҡан башҡорттарҙың тарихы бәйән ителә. Йәйә, уҡ менән ҡоралланған башҡорт атлыларын француздар уҡтан оҫта атҡаны өсөн боронғо Рим аллаһы менән менән сағыштырған һәм «төньяҡ амурҙары» тип атаған. 

Күләмле проектҡа бик күп билдәле шәхестәр йәлеп ителгән. Мәҫәлән, Екатерина II — Лилиә Ғүмәрова, ә Александр I Асҡар Абдразаҡов тауышы менән һөйләй. Шулай уҡ фильмда мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, популяр комментатор Азамат Моратов, күренекле йырсылар Иҙрис Ғәзиев (Ҡылысбай) һәм Нәзифә Ҡадированың (Ҡылысбайҙың ҡатыны) тауыштары яңғырай.

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2023-08-28/f-n-rodina-kinoteatrynda-t-nya-amur-ary-animatsiya-filmyny-prezentatsiya-y-u-y-3408820

 

 

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Төньяҡ амурҙары» фильмының презентацияһы уҙҙы
Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Төньяҡ амурҙары» фильмының презентацияһы уҙҙы
Автор:
Читайте нас: