Ашҡаҙар
+11 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
7 Сентябрь 2023, 19:00

Бөтә ғаилә менән «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенә барыу өсөн алты сәбәп

31 августан «Муха» студияһы һәм «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте ҙур прокатҡа сыҡты. Уны барлыҡ муниципаль кинотеатрҙарҙа ҡарарға мөмкин.

Бөтә ғаилә менән «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенә барыу өсөн алты сәбәп
Бөтә ғаилә менән «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенә барыу өсөн алты сәбәп

Матур йөкмәткеле был йәнһүрәт башҡорт халҡының ике быуыны хаҡында: тәүҙә берәүҙәр 1788 йылғы рус-швед һуғышына юллана, ә инде уларҙың балалары 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. Тап француздар уҡ һәм ян менән ҡоралланған башҡорт атлыларын, Боронғо Рим мифологияһындағы уҡ менән оҫта эш иткән затҡа тиңләп, «төньяҡ амурҙары» тип атай.

Күңелле лә, файҙалы ла

«Төньяҡ амурҙары» – дуҫлыҡ, мөхәббәт һәм әҙәплелек тураһында балалар йәнһүрәте. Уны ниндәйҙер кимәлдә «Өс баһадир һәм... » циклы менән сағыштырырға мөмкин. Унда Илья Муромец, Добрыня Никитич һәм Алеша Попович Русь дәүләтен төрлө хәүеф-хәтәрҙән аралай. Беҙҙең батырҙар ҙа һәр заманда ла ябай, изге күңелле, ҡайһы берҙә хатта бер ҡатлыраҡ та булған, әммә бәлә килһә, Тыуған ил ҡурҡыныс аҫтында ҡалһа, улар берләшә белгән һәм еңелмәҫ яугирҙәргә әйләнгән.

Йәнһүрәттә көлкөлө урындар ҙа күп: шаяртыуҙар, хатта заманса һүҙҙәр менән уйнауҙар индерелгән. Ҡайһы бер урындары башҡа сәнғәт өлгөләрен, мәҫәлән, бер нисә быуын яратып ҡараған «Бриллиантовая рука», «Джентльмены удачи», «Властелин колец»ты иҫкә төшөрә.

Фильм ике – рус һәм башҡорт телдәрендә яҙҙырылған. Ижади төркөм башҡортсаһы ҡыҙығыраҡ тигән ҡарашта, сөнки унда һүҙҙәр менән уйнау күберәк.

Рәсәй прокатына сығасаҡ тәүге башҡорт йәнһүрәте

Һуңғы биш йылда Башҡортостанда бихисап матур йөкмәткеле фильмдар эшләнде, уларҙы Рәсәй кинотеатрҙары ла ҙур теләк менән күрһәтә. Мәҫәлән, «Һеңлекәш», «Өс таған», «Ярлыҡау», «Юра дворник» федераль киң мәғлүмәт сараларында юғары баһаларға лайыҡ булды. Хәҙер йәнһүрәткә лә сират етте – октябрҙә ул Рәсәй кинотеатрҙарына прокатҡа сыға.

Башҡорт халҡы тарихындағы реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән

Йәнһүрәт төшөрөүселәрҙең консуль-танты, билдәле тарихсы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Рәмил Рәхимов һөйләүенсә, йәнһүрәттең күп ваҡиғаларын авторҙар уйлап сығарған кеүек тойола, ләкин улар ысынлап та булған! Өс миҫалды алайыҡ:

1) Ауыл халҡы шау-шыу сығарып, мылтыҡ һәм пушканан атып, ҡара сиңерткәләрҙе ҡурҡыта. Ысынлап та, шундай хәл булған. Был хаҡта Ырымбур губернаһы губернаторы Иван Рейнсдорп Екатерина II-гә үҙе яҙып ебәргән. Көньяҡ төбәктәрҙә йәшәүселәр ҙә әле һаман шулай итә.

2) Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, ысынлап та, яугир булған һәм ирҙәре менән походтарға йөрөгән. Сәйәхәтсе Василий Зефировтың хикәйәләре лә ошо хаҡта һөйләй. Ул XIX быуаттың 30-сы йылдарында бер башҡорт ғаиләһе менән таныша. Ҡатын ире менән бергә яуға барып ҡайтҡан, хатта бер алыш мәлендә ирен ҡотҡарған. Немец рәссамы Югелдең «1813 йылдың 20 февралендә Берлинда тәүге казактар» тип аталған картинаһында ла яугир ҡатын-ҡыҙҙы күрергә мөмкин.

3) Башҡорт уҡсыларының һәм казактарының Наполеонды әсиргә алырға маташыуы ла уйҙарма түгел. Ундай махсус операция ысынлап та булған, Бонапарт беҙҙекеләрҙең ҡулына эләгә яҙған, әммә һаҡсылары ярҙамы менән ҡотолоп ҡалған.

Тимәк, йәнһүрәтте ҡараһаң, тарихтан «бишле» алаһың!

Тауыш яҙҙырыуҙа бик күп билдәле кешеләр ҡатнашҡан

Ә һеҙ Айҙар Ғәлимовтың бала саҡта Элвин Грей булғанын белә инегеҙме? Йәнһүрәттең премьераһы ваҡытында был хаҡта ул үҙе әйтте. Эш шунда: Айҙар Ғәлимов Ғәбит исемле батырҙың тауышын яҙҙырған, ә уның йәш коллегаһы Элвин Грей шул уҡ Ғәбиттең бала сағына ҡағылышлы өлөштә эшләгән.

Ғөмүмән, геройҙарҙың тауышын республиканың абруйлы артистарынан, музыканттарҙан, телевидение алып барыусыларынан һәм сәйәсмәндәрҙән торған ысын йондоҙло десант яҙҙырған. Улар араһында донъя опера сәхнәһе йондоҙо Асҡар Абдразаҡов, популяр йырсылар Фидан Ғафаров, Нәзифә Ҡадирова, Айҙар Ғәлимов һәм Элвин Грей, Азамат Ғафаров, Иҙрис Ғәзиев, Илнур Лоҡманов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, хоккей телекомментаторы Азамат Моратов һәм башҡа бик күп билдәле кешеләр бар.

Йәнһүрәттең аҙағында русса һәм башҡортса версияларҙа кемдәрҙең йәлеп ителеүен үҙегеҙ күрерһегеҙ.

Бушлай ҙа ҡарап була

Йәнһүрәтте «Пушкин картаһы» буйынса бушлай ҡарарға мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай картаны 14-21 йәштәге бөтә Рәсәй йәштәре алырға хоҡуҡлы. Йыл һайын дәүләт әлеге картаға 5000 һум аҡса һала. Уны Рәсәйҙә төшөрөлгән кинофильмдарға, төрлө күргәҙмәләргә, театрҙарға, спектаклдәргә тотонорға мөмкин.

Йәнһүрәт буйынса уйын сығарҙылар

Йәнһүрәттән тыш, команда бушлай андроидлы телефондарға ла, айфондарға ла күсереп алырға мөмкин булған уйын эшләне. Ул да «Төньяҡ амурҙары» тип атала. Уйында сюжет юҡ, дошманға уҡ менән ҡаршы торорға кәрәк. Унда ҡырҡ кимәл булдырылған һәм улар үткән һайын ауырыраҡ була бара. Бишенсе кимәлгә етһәгеҙ, ярайһы уҡ мәшәҡәттәр, йырып сығыу ауыр булған һынауҙар башланасаҡ. Мәҡәлә яҙылған мәлгә ике платформала ла уйындың рейтингы 4,5 ине.

Бөтә ғаилә менән «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенә барыу өсөн алты сәбәп
Бөтә ғаилә менән «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенә барыу өсөн алты сәбәп
Автор:
Читайте нас: