- Беҙҙең опера һәм балет театрының юғары кимәлдә булыуы ошондай ҙур сәхнәлә сығыш яһарға мөмкинлек бирә, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Ысынлап та, театрыбыҙ коллективы һәр ваҡыт мәҙәни шедеврҙар әҙерләй, әлбиттә, был шедеврҙарҙы Мәскәү, ғөмүмән, Рәсәй халҡына күрһәтергә теләйбеҙ. Тап шуға ла Ҙур театр менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, йылына бер тапҡыр бында мотлаҡ яңы премьералар алып килергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, «Аттила», «Садко», унан алда «Дон Кихот». Киләһе йылдарҙа ла яңы постановкалар ҡуйырбыҙ. Әйткәнемсә, Бында Башҡорт опера һәм балет театры труппаһының кимәле ҙур әһәмиәткә эйә. Тарихи сәхнәлә сығыш яһау - ҙур хөрмәт, беҙҙең өсөн был бик мөһим.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт опера һәм балет театрында спектаклдең премьераһы былтыр ноябрҙә булғайны.
Операны ҡуйыусы дирижер — К.С. Станиславский һәм Вл.И. Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү музыка театрының баш дирижёры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Феликс Коробов. Ҡуйыусы рәссам — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иван Складчиков. Ҡуйыусы хормейстер — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Александр Алексеев. Ҡуйыусы хореограф — Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ирина Филиппова. Яҡтыртыу буйынса рәссам — Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ирина Вторникова.
Мәскәү тамашасыһына үҙенең премьера спектаклдәрен күрһәтеү Башҡорт опера һәм балет театры өсөн йолаға әүерелде. Рәсәйҙең Ҙур театрының тарихи һәм яңы сәхнәләрендә «Фауст» (2019), «Аттила» (2020), «Дон Кихот» (2021) һәм «Vita Nuoхa» (2022) опералары башҡарылды.