Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
15 Ноябрь 2023, 05:30

Стәрлетамаҡта яңы йондоҙсоҡтар ҡабына!

Өфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы концертта Стәрлетамаҡтан «Гармония» халыҡ бейеүҙәре студияһы ла ҡатнашты.

Стәрлетамаҡта яңы йондоҙсоҡтар ҡабына!Стәрлетамаҡта яңы йондоҙсоҡтар ҡабына!
Стәрлетамаҡта яңы йондоҙсоҡтар ҡабына!

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында барған мәртәбәле сарала юғары ҡунаҡтар алдында, республиканың иң яҡшы солистары һәм балалар ижади коллективтары менән бер рәттән, улар «Себер биҙәктәре» тип аталған яҡут бейеүен күрһәтте. (етәксеһе Хәйруллина Наталья Валерьевна).

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатна-шыусылар алдында: «Был һуңғы ваҡытта мин күргән күп тамашалар араһында иң яҡшыларҙың береһе,» – тигән баһа бирҙе. Республика етәксеһе, юғары профессионализм өсөн, балаларҙың ата-әсәләренә һәм был байрамды ойоштороуға битараф булмағандарға рәхмәт белдерҙе.

Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия базаһында 2020 йылда ойошторолған «Гармония» бейеү коллективы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен уңышлы коллектив итеп күрһәтте.
Стәрлетамаҡта яңы йондоҙсоҡтар ҡабынып, тамашасыларҙың йөрәген яулай, тимәк. Беҙ ҙә «Гармония» халыҡ бейеүҙәре студияһының уңыштарына ихлас ҡушылабыҙ һәм киләсәктә яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ!

Лилиә ХӘЛИЛОВА
Наталья ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:
Читайте нас